Халыҡ матәм кисерә22.12.2011
Төньяҡ Корея матәм кисерә: ошо көндәрҙә 69 йәшлек "Бөйөк юлбашсы" Ким Чен Ир вафат булды. Дәүләт башлығы әйтеп ҡалдырған васыят буйынса хәҙер ил менән 29 йәшлек улы Ким Чен Ын етәкселек итәсәк.
Ғөмүмән, ил менән диктаторҙың туғандары етәкселек итеүе мәғлүм: власть органдарында Ким Чен Ирҙың нәҫел-нәсәбе күп.
Йәш етәксенең Швейцариялағы Берн ҡалаһында белем алғанлығы, әммә күпселек осраҡта уҡыу йортонда түгел, ә өйҙә шөғөлләнеүе, бер кем менән дә аралашмауы билдәле. Донъя лидерҙары диктаторҙың үлеменән һуң илдә ниндәй ҙә булһа ыңғай үҙгәреш булыр тип өмөт итә.
Ил халҡы фажиғәне бик ауыр кисерә. Төньяк Кореянан килгән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, меңәрләгән кеше урамға сыҡҡан, улар ергә ятып ҡысҡырып илай, сәстәрен йолҡа һәм киләсәге өсөн борсола.