Ҡасҡындарҙы ҡулға алған Ҡара Шабан13.06.2013
Беҙҙең яҡтарҙа телгә алып һөйләрлек кешеләр элек-электән булған. Мәҫәлән, Ҡара Шабан тигән ҡурҡыу белмәҫ, сая кеше йәшәгән. Ике метрҙай буйлы, көрәк хәтле ҡуллы, әзмәүерҙәй ошо әҙәм бер мәл яңғыҙы ике бүре тотоп алып ҡайта. Нисек алған тиһең ул йыртҡыстарҙы? Бүренең төҫө гел һоро ғына тип һөйләйҙәр, ә былар ҡара була. Быҙау хәтле йәнлектәрҙең береһе ҡыҙыл күҙҙәрен тазырайтып, аҙау тештәрен ыржайтып ята, ә бәләкәсерәге халыҡ ҡарарға йыйылғанда ғына йән бирә. Ауыл уртаһындағы мәсет алдында гөж килә кешеләр, иҫтәре китә Ҡара Шабанға.

— Үәт эт, малай, паҙи ҙа суҙи һин уны, — тип бот сапҡан силсәүит рәйесе сулаҡ Мөхтәрәм.
Тағы бер ваҡиғаны Ҡара Шабан менән бәйләп һөйләйҙәр. Һуғыш ваҡытында, теүәлерәк итеп әйткәндә, 1943 йылда, дүрт үзбәк Ташлыҡулда ҡасып ята. Тәүҙә урыҡ-һурыҡ ҡына йөрөй ауылда был хәбәр. Имеш, “Красноуфимск” станцияһында поездан һикереп төшөп ҡалғандар ҙа йүгергәндәр урманға. Дезертирҙар ҡасырлыҡ ҡуйы урмандар ҡайҙа бар? Беҙҙә, әлбиттә. Йәнәһе, ишәлеләрҙән кемдер уларҙы күреп ҡалған, шунан бер күршеһенә һөйләгән, уныһы — икенсеһенә.
Аҙағыраҡ ишетелеүенсә, түбәнге остан ике ҡарсыҡ, бала-саға эйәртеп, йыуа йыйып йөрөгән, шунда йылға буйында ерҙе соҡоп йәшәп ятҡан бәндәләргә тап булған. Икәүһенең ҡулында — мылтыҡ, ҡалғандарында — сапёрҙар көрәге, ә өҫтәрендә билдәләре алып ырғытылған, ҡояшҡа уңған гимнастёрка, аяҡтарында сепрәк менән уралған ботинка икән. Әбейҙәрҙең береһе, Төлкө Зәйтүн, бик үткер ҡарсыҡ, ул һатыу итеп урыҫ араһын байтаҡ тапай, шуға ҡалтырап-бәлтерәп төшмәй, ҡасҡындарҙың һаҡал-мыйыҡ баҫҡан йөҙҙәренә ҡарап былай ти: «Балаҡайҙарым, һеҙ ни өсөн мылтыҡ аҫып алғанһығыҙ, көрәк тотҡанһығыҙ?» «Беҙ үҙебеҙ атабыҙ ҙа күмәбеҙ», — тип яуап биргән шунда бик уҫал тойолғаны, башлыҡтарылыр, күрәһең. Үзбәктәр йыуаш, тигән булалар. Берәүһе бала-саға арҡаһына аҫып алған тоҡтарҙы ергә бушата. Әллә нәмә лә булмай инде уларҙа: Шәрип малайҙарыныҡынан дүрт йомортҡа тәгәрәп килеп төшә, Мостафаныҡыларҙа бешкән бәрәңге, ике шешә һөт була. Үзбәктәр тубыҡланып йомортҡа ашай башлағас та, ҡарсыҡтар уларға аптырашып аҡайышҡан малайҙарҙы әйҙәй-әйҙәй, табандарын ялтыратҡан.
Был хәбәр ауылдың бер яғынан икенсеһенә тарала, бурҙарҙыр, ти берәүҙәре, икенселәре уларҙы йөпләп, ниңә булмаһын, мал-тыуар, ҡош-ҡорт юғала, шуларҙың ғына эше. Шәмсенисаның егерме дүрт ҡаҙы юғалды, осоп китмәгәндәр бит инде. Колхоз келәттәре аяҡ аҫтында ғына, бер ҙә ас түгелдәрҙер, уларҙың башаҡ киҫкән етем-йоҫоҡҡа ғына көсө етә, тип тә өҫтәй.
Ҡасҡындар тураһында кешеләр бер һөйләп ала, бер онотоп тора. Колхоз эшендә ыҙаланған аслы-туҡлы кешеләрҙә әллә бар, әллә юҡ дезертирҙарҙың ҡайғыһы булмай, әлбиттә.Тик силсәүит йоҡламай. Бер көн ауылға ике милиционер килеп, урындағы биш-алты ауылға бер участкауай, силсәүит Мөхтәрәмде, колхоз рәйесе Хужинды, тағы аҡһаҡ Ғәйнетдинде эйәртеп, Ташлыҡул, Һоя буйҙарын ҡыҙырып йөрөй. Тик ер аҫтына төшкән кеүек юҡ була ҡасҡындар.
Ысынлап та, дезертирҙар был ваҡытта ер аҫтында була, халыҡ быныһын аҙаҡ ҡына белде. Йыраҡтан ҡарап торғанда күҙгә бәрелерҙәй бер нәмә лә тойолмаған урында, йыртҡыс ояһы кеүек тишектән шыуып кереп, ерҙе соҡоп землянка яһаған була был бәндәләр. Шунда ҡасып яталар. Һуңынан ошо урынға барып сыҡҡан балыҡсы малайҙар һөйләүенсә, эстә шыршы ботаҡтары, сепрәк-сапраҡ түшәлгән йоҡлар урындары ла була. Тик бигерәк һаҫыҡ була унда, танауҙарын ябып, сығып ҡаса бала-саға. Фу-у, түҙеп торорлоҡ түгел еҫ, тигән улар.
Шунан тағы бер киләләр райондан, был юлы хәрби комиссарға ғәскәри хеҙмәткә саҡырылған 1926 йылғы алты егет эйәргән, винтовкаларында бер обойма патрон да була. Тағалар быларға юл күрһәтергә участкауайҙы, ул ни, тауҙан тауға йөрөтә уларҙы. Ахыры, аяҡһыҙ булып арып, Ҡабыҡкисеүҙә йәй һыйыр һауғанда, көтөүселәр, һауынсылар торған утарға барып йығыла егеттәр, таңға хәтлем иҫ белмәй рәхәтләнеп йоҡлайҙар. Иртән ҡараһалар, винтовкаларҙан елдәр иҫкән.
Кем алған, ҡасан кергән, нисек һиҙмәгәндәр? Дүрт үзбәк алғанмы, әллә башҡа дезертирҙар килеп сыҡҡанмы?
— Бына бит, бына, паҙи ҙа суҙи, — тип ботона һуғып, төкөрөнгән силсәүит рәйесе Мөхтәрәм.

Бер көн ауыл кешеләрен иҫтән яҙҙырған йәнә бер хәл була. Ҡулына үткер балта тотҡан Шабан ошо дүрт әҙәм аҡтығын аллы-артлы теҙеп:
— Раз-два, раз-два! — тип атлатып, урам буйлап силсәүиткә алып килә икән. Тегеләрҙең винтовкаларын арҡаһына аҫып алған, һул ҡулына сапёр көрәктәрен тотҡан.
Улар артынан малай-шалай, артҡараҡ ҡалып ҡатын-ҡыҙ эйәрә, ҡарт-ҡоро тәнтерәкләй. Үрге остан ауыл уртаһына килеп еткәнсе халыҡ арта бара. Власть килгәнсе, ҡайһылары ҡасҡындарҙың әпәй шүрлегенә менеп төшөргә маташа, арала уларҙы бәреп үлтерергә теләүселәр ҙә табыла. Һуғыштан аяҡһыҙ булып ҡайтҡан сатан Хәким бик һелтәнә ҡултыҡ таяҡтары менән. Иренә “ҡара ҡағыҙ” алған Маһи, асыуынан йөҙө ҡыҙарып, сар-сор килеп йәбешә бер үзбәккә, саҡ айырып алалар. Ҡара Шабан, ундайҙарға боролоп, балтаһын өҫкә күтәрә:
— Самасутмы? Нэ пазволю-у-у!
Йүгертәләр бер егетте арҡанға, үзбәктәрҙе бағанаға бәйләйҙәр.
— Әһә, эләктегеҙме?! — ти шул арала килеп еткән силсәүит, тәүҙә Ҡара Шабандың ҡулын ҡыҫа, аҙаҡ халыҡҡа боролоп былай ти:
— Паҙи ҙа суҙи… Бөтә ил ҡан ҡоя, бисәләренә хәтле яуҙа, ә былар ҡасып яталар, панимаешь. Сталин расстрел ти быларға. Расстрел — дезертирҙарға!
Бик оҙаҡ һөйләй, эше шул, трибуна һәр ваҡыт алдында ғына тора. Уның был һүҙҙәренән һуң йыйылған кешеләр ҡабат әсирҙәрҙе һырып ала.
Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, был көндә участкауайҙы ла етәкселәре саҡыртып алған була, Ҡара Шабан райондан милиция килеп еткәнсе, халыҡты тотоп тора. Үзбәктәрҙе күмәкләшеп туҡмап үлтерһәләр, китә ине ярты ауыл Колымаға!
Бына шундай кеше була Ҡара Шабан. Тик үлеме генә бик үкенесле. Уны ошо йылдарҙа ферма мөдире итеп ҡуялар. Мөдир тигәс тә, кеҫәһенә ҡулын тығып, бойороҡ ҡына биреп йөрөмәй, малай-шалайға ышаныс аҙ, тип һыйырҙарҙы үҙе көтә, төнөн ҡарауылда тора, етмәһә, нәҫел үгеҙен дә ҡарай.
Бер көн шундай хәл була. Һыйырҙарҙы ҡыуып килтереп, һауынсылар эшкә тотонғас, ыҙбаға кереп ял итеп ала торған ғәҙәте була. Ҡатын-ҡыҙ сәрелдәшеп биҙрәләрен тотоп йүгерешкәнгә аптырап килеп сыҡһа, кәртә эсендә торған тоҡом үгеҙе бағананы һөҙөп ауҙарған икән. Артығын уйлап тормай, Шабан йүгереп килә лә уның ирененә кейҙерелгән күлсәһенән тотоп ала. Шунан ғына эләктереп керетеп ҡуя, йәнәһе. Ҡайҙа ул! Күҙҙәре ҡыҙарған, ауыҙынан һеләгәйҙәре ағып торған үгеҙ, аяғы менән ерҙе тырнап, мөгөҙөнә эләктереп, өҫкә ырғытып ебәрә Шабанды. Ир кеше тороп йүгерергә өлгөрмәй ҡала, ҡырағайға әйләнгән мал ян-яҡҡа һикереп кинәт борола ла уны ергә килтереп һылай. Ҡатын-ҡыҙ сар-сор килеп ҡаса, әсәһе йәшереп кенә һөт эсертеп, эргәһендә йөрөткән Ғәлиҙе, һыбай килеш ауылға ҡайтаралар. Кешеләр килеп, үгеҙҙе мылтыҡтан атып үлтергәнсе, ҡасандыр Ҡара Шабан булып ер емертеп йөрөгән кешенән бер нәмә лә ҡалмай.
Ә бына уны ни өсөн Ҡара Шабан тип йөрөткәндәрен асыҡлап бер кем бер һүҙ әйтмәй, белмәй беҙҙең ауыл халҡы. Ике бүре тотоп алып ҡайтҡанын, дүрт үзбәкте аристауайт итеүен иһә энәһенән-ебенә хәтлем һөйләп бирерҙәр, тик уның нисек үгеҙҙән һөҙөлөп үлгәнен генә өндәшмәҫтәр.
— О-о-о! Шәп ҡарт булды ул, ут өйөртөп йөрөнө, — тиерҙәр.


Вернуться назад