Алтайҙан — еңеү менән!13.06.2013
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары республикабыҙҙа, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге күпселек сарала әүҙем ҡатнаша. Раил Әсәҙуллин етәкселегендәге педагогия коллективы һәр башланғысты хуплап ҡаршы ала, ярҙам ҡулы һуҙа. Быйылғы уҡыу йылында ғына беҙҙең студенттар Төркиә менән Ҡаҙағстан университеттарында стажировка үтте, Мәскәү, Ижевск, Аҡтүбә ҡалаларында фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәште.
Шулай уҡ университеттың башҡорт филологияһы факультетының ике тиҫтә йыл буйы тупланған бай традицияһы бар. Факультет деканы Луиза Сәмситованың «Ысын педагог һәр яҡлап үҫешкән шәхес булырға тейеш. Бының өсөн уҡыу һәм йәмәғәт эштәрендә алдынғылыҡты бирмәй ныҡ баҫып тороу мотлаҡ!» тигән девизы студенттарға ҡанат өҫтәй.
Яңыраҡ ҡына факультеттан бер төркөм Алтай Республикаһының баш ҡалаһы Таулы Алтайҙа төрки телдәре, әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса Бөтә Рәсәй студенттар олимпиадаһында ҡатнашты. Әйткәндәй, һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған мәртәбәле сарала беҙҙекеләр бишенсегә ҡатнаша.
Олимпиада Алтай, Башҡортостан, Тыва, Саха-Яҡут, Татарстан, Хакас республикалары командаларын йыйҙы. Ике көн буйы иҫке төрки теле, төрки халыҡтарының хәҙерге грамматикаһы, әҙәбиәте һәм фольклоры буйынса белемдәрен һынанылар. Олимпиада барышында фәнни-ғәмәли конференция ла уҙҙы.
Шулай уҡ танышыу кисәһендә һәр команда үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, йыр-бейеүҙәре менән уртаҡлашты. Беҙҙекеләр башҡорт халҡының дәртле йыр-моңо, бейеүҙәре менән башҡаларҙы таң ҡалдырҙы. Ҡатнашыусыларға А.В.Анохин исемендәге республика милли музейында, П.В.Кучияк исемендәге республика милли драма театрында, ҡала янындағы иң бейек тау — Туғаяға менеү, Чемаль районында урынлашҡан Патмос утрауында һәм билдәле алтай рәссамы, мәғрифәтсеһе Григорий Чорос-Гуркиндың йорт-музейында булыу бәхете тейҙе. Көсөргәнешле ярыш өс көн дауам итте. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса һигеҙ команда араһынан беҙҙекеләр I урынды яуланы.
Олимпиадаға БДПУ студенттары уҡыу йылы дауамында әҙерләнә. Өҫтәмә рәүештә профессорҙар Ә. Аҙнабаевтың, Ә. Дәүләтҡоловтың, Ә. Сөләймәновтың, Г. Бохарованың, доценттар З. Хәбибуллинаның, З. Әлибаевтың, В. Толомбаевтың күп төрлө, бай лекцияларын туплап, байтаҡ эш башҡарҙылар. Шуға ла III курс студенты Айтуған Ҡуланчин төрки телдәре грамматикаһы буйынса иң көслөһө тип табылды, әҙәби терминдарҙы оҫта ҡулланыу номинацияһында III курс студенты Сулпан Мөхәмәтйәноваға етеүсе булманы. IV курстан Рида Тимершәйехова «Урал-Алтай телдәре өлкәһен яҡшы белеүсе» номинацияһында билдәләнһә, Гөлзиә Наурыҙбаева менән Лилиә Баҙранованың ғилми эштәре II дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Тап ошондай фәнни ярыштарҙа Аҡмулла вариҫтары һәр яҡлап төплө белем, алдынғы ҡараштарын күрһәтте.
Студенттар белемен һынап ҡына ҡалманы, ә үҙҙәренә бик күп яңы дуҫтар тапты һәм, Алтай тәбиғәтенең матурлығына һоҡланып, онотолмаҫлыҡ хис-тойғо, тәьҫораттар менән ҡайтты.