Эштәр китте рәтләнеп!13.06.2013
Эштәр китте рәтләнеп!Үткән быуаттың 90-сы йылдары аҙағындағы һәм 2000 йылдар башындағы реформаларҙан һуң тормош бер аҙ туҡтап ҡалған кеүек булды. Күмәк хужалыҡтар тарҡалып, баҫыуҙар, фермалар, МТМ-лар бушап ҡалды. Унан һуң, өҫтәүенә, ҡулайлаштырыу һөҙөмтәләре ауыл кешеһенең бәкәленә һуҡты. Уйланылмай башҡарылған реформаларҙың касафаты Күгәрсен районының торлаҡ төҙөлөшө тармағында ла һуңғы һигеҙ — ун йылда асыҡ сағылды. “Әммә районға Фәрит Мырҙагилде улы Мусин етәксе булып килгәне бирле ауылдарыбыҙға ҡайтанан йән, йәм инде. Мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары, балалар баҡсалары асыла башланы, — ти күгәрсендәр.

Эйе, төрлө дәүләт программалары буйынса социаль торлаҡ төҙөлә башлауы, шул иҫәптән былтырғы йыл аҙағында һигеҙ етем балаға фатир асҡысы тапшырылыуы, йәш ғаиләләргә, һуғыш ветерандарына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға аҡсалата ярҙам, ер биләмәләре бүленеүе — үҙе үк асыҡ миҫал. “Ауылды социаль үҫтереү” программаһына ярашлы, биш ғаиләгә субсидия бүленгән. Яңыраҡ 21 фатирлы өс ҡатлы йортҡа нигеҙ һалыныуы ла социаль торлаҡ төҙөлөшө программаһының уңышлы бойомға ашырылыуын күрһәтә. Төҙөүселәр, “Акрополь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, өй сентябргә әҙер буласаҡ. Был йорт сафҡа индерелгәндән һуң 2014—2015 йылдарҙа файҙаланыуға тапшырыласаҡ ике йорт өсөн төҙөлөш майҙаны әҙерләнә.
Яңыраҡ Күгәрсен районынан Чернобыль аварияһы эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 30 кешенең икәүһенә – Рәфҡәт Айытов менән Николай Григорьевҡа — торлаҡ һатып алыуға 1 миллион 89 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
— Ил етәкселеге кеүек беҙ ҙә, Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашырға теләк белдереп, шунда юлланған 30 райондашыбыҙҙы онотмайбыҙ, геройҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өсәүһе – Фәрит Ғайсин, Салауат Хөсәйенов, Иван Чишмаков яҡты донъянан бик иртә китте. Был егеттәр һәр ваҡыт беҙҙең иҫтә, — тине район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин үҙенең ҡотлау һүҙендә.


Вернуться назад