Һыу инергә әҙерһеңме?13.06.2013
Һыу инергә әҙерһеңме?Йәй етеп, көндәр йылыныу менән, ябығыуға иғтибар арта. Һыу инеү миҙгеленә ҡәҙәр буй-һынды нисек ипкә килтерергә?

Был йәһәттән иң элек психологик яҡтан уйлап эш итеү шарт. Ниндәй ҙә булһа ғәмәлгә тотонор алдынан нигеҙ кәрәк. Ни өсөн ябығырға теләгәнегеҙҙе аңлағыҙ. Шунан инде артабанғы аҙымды һәм маҡсатты – нисә килограмға кәмергә ниәтләүегеҙҙе — билдәләрһегеҙ. Алдан уҡ матур буй-һынығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ, үҙегеҙҙә ошо һөҙөмтәгә өлгәшеү теләген көсәйтегеҙ.
Борсоулы уйҙарҙан ҡотолорға өйрәнегеҙ, сөнки стресс һөҙөмтәһендә ҡайһы бер кеше күп ашай башлай. Шунан ғына рационды ҡарауға күсегеҙ. Ябыҡҡанда эсемлектәрҙе көн дауамында етерлек күләмдә ҡулланыу фарыз. Ашар алдынан берәр стакан һыу эсергә ғәҙәтләнегеҙ. Көн һайын ике литрға тиклем шыйыҡса эсергә кәрәк.
Туҡланыу – бик мөһим мәсьәлә. Углеводҡа бай аҙыҡты ашамаҫҡа тырышығыҙ, уларҙы тарттырылмаған бойҙайҙан бешерелгән йәки майһыҙ ризыҡ менән алмаштырығыҙ. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: аҡһым күберәк булһа, калория аҙыраҡ. Һыуҙа бешкән геркулес, һоло ярмаһы – иң файҙалы иртәнге аш. Төш мәлендә мотлаҡ йылы һурпа, ит йәки балыҡ, быҡтырылған йәшелсә ашағыҙ. Ә киске аш ваҡытында һөт ризыҡтары, емеш-еләк, йәшелсә салаты менән сикләнегеҙ. Киске сәғәт 6-нан һуң ашамаҫҡа тырышығыҙ. Ябығыу өсөн аҙыҡтан алған калорияға ҡарағанда күберәк энергияны сарыфларға кәрәк. Спорт менән шөғөлләнегеҙ, йәйәү йөрөгөҙ. Массаж, физик күнекмәләр бик файҙалы буласаҡ. Иң мөһиме — был саралар даими үткәрелергә тейеш.
Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, буй-һынығыҙ күркәмләнер, сәләмәтлегегеҙ яҡшырыр, кәйефегеҙ күтәрелер.


Вернуться назад