Илатты...13.06.2013
Илатты...Мәшһүр “Ҡиссаи Йософ” поэмаһының авторы Ҡол Ғәлиҙең баҡыйлыҡҡа күсеүенә 775 йыл тулды. Ул 1183 – 1236 йылдарҙа йәшәгән, Сыңғыҙхан ғәскәре Болғар дәүләтен ҡолатҡан осорҙа һәләк булған.

Ҡол Ғәли болғар-татар шиғриәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Уның поэмаһы башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк, төркмән һәм башҡа халыҡтар әҙәбиәтенең алтын фондына ингән. Ҡол Ғәлиҙең исеме – ЮНЕСКО-ның мәғлүмәт бюллетенендә, ә ошо әҫәре донъя әҙәбиәте хазиналары араһында урын алған.
Сыңғыҙхан яуы ябырылған осорҙа тотош дәүләттәр, улар менән бергә бик күп сәнғәт әҫәре лә Ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡан. Әммә халыҡ Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ” поэмаһын һаҡлап ҡалған. Әҫәр күсереп яҙылған, ҡулдан ҡулға, быуындан быуынға тапшырыла килгән.
Изге Йософ Иҫке Ғәһедтә лә, Ҡөрьәндә лә телгә алына. Уның тураһында 150-гә яҡын әҫәр яҙылһа ла, Ҡол Ғәлиҙең поэмаһы был исемлектең башында тора. Унда әле лә көнүҙәк булып ҡалған изгелек менән яуызлыҡтың, хәҡиҡәт менән ялғандың, ғәҙеллек менән ғәҙелһеҙлектең көрәше сағыла.
Мин дә ошо китаптың йылыһын ғүмер буйы тоям төҫлө. Һәр ҡылығымды изге Йософтоң ғәмәлдәре менән сағыштырырға тырышам. “Теге йәки был хәлдә Йософ ни эшләр ине?” – тип үҙ-үҙемә һорау бирәм. Әҫәрҙе уҡымаған кеше бик күпте юғалта.
Иҫ белә башлағандан алып беҙҙе, биш баланы, әсәйем ошо ҡисса нигеҙендә тәрбиәләргә тырышты. Ул саҡта беҙ уны “Йософ менән Зөләйха” тип атай инек. Ғәрәпсә яҙылған китап күп уҡыуҙан туҙып бөткәйне. Ә әсәйем уны яттан һөйләй торғайны. Әле был ҡомартҡы Ишембай районы Көҙән ауылындағы Әхмәтзәки Вәлиди музейында һаҡлана.
Күптән түгел Өфөләге магазиндарҙың береһендә ошо китапты табып алдым. Өйгә ҡайтҡансы әҫәрҙе илай-илай уҡыным, әсәйемдең ҡиссаны көйләй-көйләй һөйләгәне күҙ алдыма килде. Поэманың урыҫ теленә тәржемәһе булмауы ҡыҙғаныс. Уны ейәнсәрҙәремә һөйләйем, тик йөкмәтке сағыулығын, телмәр байлығын бөтә тулылығында еткерә алмайым.
2010 йылдың йәйендә Болғарға сәйәхәт иткәйнек. Ҡазанға ла индек. Унда Ҡол Ғәлиҙең һәйкәлен күреп, изгелек, азатлыҡ йырсыһының яҡты иҫтәлеге халыҡ хәтеренән юйылмай, мәңге ҡәҙерләп һаҡланыуына бик ҡыуандым.


Вернуться назад