Баш ҡала – ҡар ҡосағында22.12.2011
Мәскәүҙә, көслө ҡар яуыу сәбәпле, юлдарҙы көрт баҫҡан.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәте юлдарҙы таҙартыу өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләһә лә, баш ҡалала әллә нисә километрға һуҙылған автомобиль тығындары барлыҡҡа килгән.
Мәскәү урамдарында 8,6 мең үҙбушатҡыс техника эшләй, бер төн эсендә генә уртаса 138,5 мең кубометр ҡар сығарып түгелә.