Тыуған ер яҡын, тыуған ил — алтын11.06.2013
Тыуған ер яҡын, тыуған ил — алтынБай, уңышлы, еңеүле сағында илгә мөхәббәтен белдереүселәр күп ул...

Халыҡ, тибеҙ ҙә "аһ!" итәбеҙ, ә ошо төшөнсәнең төпкөл асылы тураһында уйланғаныбыҙ бармы һуң? Бөйөк ғалим-әҙәбиәтсе Дмитрий Лихачев: "Ҡәүемдәр — диуарҙар менән уратып алынған әҙәми заттар йыйылмаһы түгел, ә бер-береһен тулыландырыусы ассоциациялар ул", — тигән фекер әйткән.
Дәүләт, тибеҙ ҙә хәбәр һөйләйбеҙ, шул уҡ ваҡытта уның тәбиғәте һәм тәғәйенләнеше хаҡында нимә беләбеҙ икән? "Дәүләт йәшәү хаҡына ғына түгел, бәлки, айырыуса бәхетле йәшәү өсөн төҙөлә". Мәғлүмдер, быны боронғо грек фәлсәфиәтсеһе Аристотель раҫлар булған.
Рәсәй дәүләте тураһында уйланғанда күптәребеҙҙең хәтере, ғәҙәтләнгән буйынса, Октябрь инҡилабы, ҡан һәм ялҡын аша яңы закондарға нигеҙләнгән ҡоролош булдырыу йылдарына әйләнеп ҡайта. Беҙ хатта, Рәсәй тарихы ХХ быуаттың 20-се йылдарынан башланғандыр, тип ышанып йәшәнек. Был, әлбиттә, хата тезис, сөнки теге йәки был ҡәүемдең тарихын ниндәйҙер рәүештәге берлек менән бәйләп ҡарағанда, уларҙы аныҡ ҡына ваҡыт менән сикләү мөмкин түгел.
Ә Рәсәй... Ғаләмдә бер генә астрономик белешмәлә лә күрһәтелмәгән планета бар. Ул — Рәсәй. Унда йәшәп ятҡан халыҡтарҙың, тәбиғәт ландшафттары һәм шөғөлдәрҙең, ҡаҙылма байлыҡтар һәм ғилми эҙләнеүҙәрҙең төрлөлөгө йәһәтенән Рәсәйҙе ҡайһылыр бер илгә түгел, бәлки, тотошлай Ергә генә тиңләргә мөмкиндер. Әгәр мөғжизә менән, Рәсәйҙән шар яһап, Йыһанға осорор әмәл булһа, ул, Һауа менән Һыуға ла, яғыулыҡ менән металға ла, дини идеяларға ла, технология һәм белемдәргә лә мохтажлыҡ кисермәй, Ҡояш тирәләй әйләнеп алыр ҙа китер ине. Әммә иң маһир тылсым эйәһе лә Ер планетаһын һәм Рәсәй планетаһын үҙгәрешһеҙ ҡалдырыу һәләтенә эйә түгел, сөнки ил бүтән донъя менән меңдәрсә иҡтисади, сәйәси, мәҙәни еп аша тоташҡан. Донъяның ҡалған өлөшө Рәсәйгә ни дәрәжәлә йоғонто яһаһа, ул да донъя йөҙөн шул сама билдәләй.
Нәҡ тәбиғәте һәм мөмкинлектәре, халыҡтары һәм мәҙәниәттәре, иҡтисади ҡоролошо һәм тышҡы бәйләнештәренең төрлөлөгө арҡаһында Рәсәй имен замандарҙа байыҡҡан һәм нығынған, ауыр һынауҙар осоронда бирешмәгән. Хәйер, уның һиллектә һәм муллыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәгән йылдары булдымы икән? ХХ быуат ахыры менән ХХI быуат башы Рәсәй өҫтөндә ҡара болоттарын да ҡайнатты, ел-дауылдарын да уйнатты. Әле лә, илебеҙ тураһында бер һүҙ яҙырға ҡәләм алғанда, өҫтәлем сайҡалып ҡуйғандай. Дәүләттә иҡтисади, сәйәси һәм социаль дауылдар тынаһы түгел, тимәк, именлектә алға ышаныслы атлаусы дәүләт хаҡында тыныс күңел менән яҙыу беҙгә насип булманы.
Шул уҡ ваҡытта, тарихты күҙ алдынан үткәрә алғанда, бөгөн беҙ шаһит булған ваҡиғалар һәм беҙҙе ағымына йәлеп иткән процестар ғәҙәттән тыш тип баһалана алмайҙыр. Рәсәйҙә үҙгәрештәр һис ҡасан да туҡтап торманы. Уның иҡтисады тулҡын булып күтәрелә, упҡын рәүешендә уйыла килде. Оҙайлы тарих ағымында бәғзе ҡәүемдәр Рәсәй ярҙарында төпләнеп нығынды, бүтәндәрҙе икенсе тарафтар тартты. Фәҡәт ХХ быуатта Рәсәй халҡы донъя һуғыштары, золомлоҡтар һәм йотлоҡ арҡаһында берсә ныҡ кәмене, икенсе ҡарауға, аҙ ғына форсат булғас та, йәнә ишәйә торҙо. Бер мәлдәрҙә миллиондарса гражданыбыҙ илде ташлап китте, мөҙҙәте етһә, күптәр Рәсәйгә килеп һыйынды. Һәммә нәмә — хәрәкәттә, үҙгәрештә. Хатта һис ҡымшанмаҫ тигән тауҙар һәм далалар икенсе рәүешкә инә, тәбиғәттең ҡылыҡ-фиғелен дә әүәлге үлсәмдәргә һыйҙырырлыҡ түгел. Рәсәй тураһында уйланғанда, заман дәүләте, уның хәҙерге тәбиғәте, халыҡтары һәм хужалығы күҙ алдыбыҙға килеп баҫа. Беҙ илдең бөгөнгө көнитмеше, унда барыусы үҙгәрештәрҙең йүнәлеше һәм маҡсаты тураһында беренсе нәүбәттә уйланырға тейешбеҙ.
Дәүерҙәр осрашҡан, яҙмыштар һынау үткән осорҙарҙа илдең ҡуҙғатылғыһыҙ нигеҙен тәшкил итеүсе, дауыл һәм боролоштарҙа уға тотороҡлолоҡ биреүсе, ҡатмарлы проблемаларҙың да осона сығырлыҡ көс сығанағы булырлыҡ мәңгелек ҡиммәттәрҙе күрә һәм баһалай белеү мөһим. Рәсәйҙең төп байлығы банк сейфтарындағы тау-тау аҡса менән алтын түгел. Уларҙың, яҙғы ҡояш нурҙары аҫтында ирегән көрт һымаҡ, тиҙ үк юғалыуы ихтимал. Дәүләтебеҙҙең баһаларға һыймаҫ хазинаһы итеп уның күп милләтле халҡын, ошо ҡәүемдәрҙең аң-белемен, һәләтлектәрен һәм мәҙәниәтен һанарға кәрәктер. Артабан, сиге офоҡтарға барып олғашҡан далалары, йылға-күлдәре, диңгеҙҙәре ни тора! Хужалығының электән килгән тармаҡтарын иң хәтәр көрсөктәр ҙә йөгөнләтә алмай. Уның төбәктәренең һәр ҡайһыһының дәүләт туҡымаһында үҙ ебе, үҙ төҫө, үҙ биҙәге бар. Кемдер илгә икмәк һәм һөт бирә, икенселәр нефть менән газға бай, өсөнсөләр машиналар эшләй һәм ғилем юлында бара. Башҡортостаныбыҙ иһә — Рәсәйҙең ҡеүәте лә, зиһене лә, аҫыл биҙәге лә.
Тарихҡа йәнә әйләнеп ҡайтҡанда, Рәсәй дәүләтселегенең башын беренсе мең йыллыҡтың аҙағынан һанау ҡабул ителгән. Шулай ҙа илебеҙҙең дәүләт рәүешен алыуы Мәскәүҙең бөйөк кенәзе Иван III идара иткән осор менән бәйле. ХV–ХVII быуаттарҙағы Рәсәйгә хатта тарихсылар ҙа бер атама ғына бирә алмай. Мәскәү дәүләте, Рәсәй дәүләте, Үҙәкләштерелгән Рәсәй дәүләте, Рус батшалығы... Сит илдекеләр уны Московия тип йөрөткән. Һәр хәлдә, Рәсәй хакимдары төрлө юлдар менән — ихтыярһыҙлап та, мәрхәмәтлелек йөҙөнән дә — дәүләтте донъялағы ҡоро ерҙең алтынан бер өлөшөнә ҡәҙәр еткергән.
Йыл һайын июнь урталарында Рәсәй дөйөм дәүләт байрамын — Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн — билдәләй. Былай байрам итеү илебеҙҙең мөстәҡил, суверенлы дәүләт булып йәшәүен аңлата. Уның өсөн ил халҡы һайлап ҡуйған Президенттан юғарыраҡ һис ниндәй власть юҡ. Рәсәйгә мөстәҡиллекте килмешәк баҫҡынсыларҙан милли-азатлыҡ көрәше аша яуларға тура килмәне. 1991 йылға тиклем илебеҙ СССР тип аталған ҙурыраҡ дәүләттең бер өлөшө һәм уның эсендәге төп иҡтисади, сәйәси көс булды. Союздаш 15 республика суверенлы шунса уҡ дәүләт булып алғас, Рәсәй ҙә бойондороҡһоҙлоғон иғлан итте. Илгә күрше Украина, Белоруссия, Кавказ аръяғы һәм Урта Азия дәүләттәре менән дә, Ҡытай, Монголия, Финляндия, Норвегия менән дә сиккә бәйле мөнәсәбәттәрҙе яйларға тура килде. Рәсәйҙең, ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер итһә лә, ҡайһы бер дәүләттәр менән сиктәре ҡәҙимгесә һаҡлана, икенселәре араһында изге ниәтлеһе лә, яуыз уйлыһы ла тотҡарлыҡһыҙ үтеп йөрөй.
Ярай ҙа, мәле еткәс, дәүләт сиктәре ғәмәлдәге хәленә ҡайтыр, ләкин 1991 йылдан бирле үткән йылдар Рәсәй өсөн юғалтыуҙар, сигенеүҙәр, илдең халыҡ-ара берлектә мәртәбәһеҙ ҡалыуы осоро булды. Дәүләт мөстәҡиллеге иғлан ителеү менән бергә, Рәсәйҙең күп милләтле халҡы милекһеҙ ҡалды, уның сәйәси хоҡуҡтары формаль төҫ алды. Чубайсса һәм гайдарса хосусилаштырыу ваҡытында ҙур-ҙур дәүләт предприятиелары состар ҡулына бушлай тиерлек күсте. Мәҫәлән, Липецк трактор заводы менән Мейәстәге Урал автомобиль заводын 1,8-әр миллион долларға һатып ебәрҙеләр. Ошо ике-өс йыл эсендә етештереү кимәле, 1990 йылға сағыштырғанда, 40 процентҡа төштө, бер кеше иҫәбенә тура килгән эске тулайым продукт күләме буйынса Рәсәй донъя илдәре араһында 116–120-се урындарҙы биләй башланы. Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй 191 дәүләт араһында һаулыҡ һаҡлауға сығымдар йәһәтенән — 75-се, түләүһеҙ юғары сифатлы хеҙмәтләндереү буйынса — 185-се урында.
Илдең интеллектуаль мөмкинлектәре наҡыҫланды. Генетика, математика, физика, геология, астрономия мәктәптәре хәҙер иҫтәлеккә генә ҡалды. Юғары уҡыу йорттарында эшләгән математиктарҙың яртыһы һәм физиктарҙың унан да күберәге сит илгә сығып китте. Һәм шулай туҡтауһыҙ дауам итергә мөмкин. Боронғолар: "Иле берҙәмдең көнө берҙәм" тип васыят ҡалдырған. Беҙ иһә ошо берҙәмлекте лә юғалттыҡ.
Ләкин илең Ватан булып ҡала. Бай, уңышлы, еңеүле сағында илгә мөхәббәтен белдереүселәр күп ул, һин уны хәлһеҙ, фәҡир, кәмһетелгән көндәрендә яратып ҡара! Урыҫтың һәйбәт шағиры Василий Федоров әйткәнсә:
Бәлә артынан ҡаза эйәргәндә,
Һуғыш менән һағыш йәнәшә,
Көндәр менән төндәр олғашҡанда,
Бәхетле лә, хәсрәтле лә
Бит беҙ —
Һинең менән, тыуған илгенәм!


Вернуться назад