Хәрби полиция ойоштороласаҡ22.12.2011
2012 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй армияһында хәрби полиция эш башлаясаҡ.
Яңы ойошма гарнизон хеҙмәтен күҙәтеү проблемаларын, дисциплинар батальондар һәм хәрби автоинспекция мәсьәләләрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, комендант бурысын үтәйәсәк, әммә енәйәттәрҙе тикшереү эше менән булмаясаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларға әлеге ваҡытта офицерҙар башҡарыусы тәүтикшереү бурысын йөкмәтеүҙәре лә ихтимал. Хәрби полицияның баш идаралығы Рәсәй оборона министрына буйһонасаҡ. Яңы структураны кадрҙар менән тәьмин итеү йәһәтенән хәрби полицейскийҙарҙы әҙерләүсе учреждение ойоштороу ҙа ҡаралған.


Вернуться назад