Шәрип ауылында — карантин08.06.2013
Кушнаренко районының Шәрип ауылында ете йәшлек баланы ҡоторған төлкө тешләү сәбәпле карантин иғлан ителгәйне. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошоға ҡағылышлы Указға ҡул ҡуйҙы. Әле ауылда йорт хайуандарын һатыу, ситкә сығарыу тыйыла.
— Әле хәл тотороҡло, ауыл малына прививка яһалған, урман эргәһендә урынлашҡан биләмәләргә айырым иғтибар бирелә, — ти Башҡортостандағы Ветеринария идаралығының бүлек начальнигы Дамир Хужин. — Кешеләргә көндөҙ урамда йөрөгән ҡырағай йәнлектәрҙән һаҡ булырға кәрәк. Һау-сәләмәт кейек төндә йәки ҡышын ғына урманды ташлап китә.
Карантин ике айға индерелде. Быйыл йәнлектәрҙең ҡотороу осрағы 18 тапҡыр теркәлгән. 2009 — 2010 йылдарҙа был һан 400-гә еткәйне. Уҙған аҙнала Благовещен районының Ильин ауылында ла сирле кейектең кешегә һөжүм итеүе мәғлүм булды. Әле был ауылда ла карантин билдәләү тураһында указ проекты әҙерләнә.