Ағыуҙан – аҡса22.12.2011
Салауат ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар ҡатын кеше ғүмере өсөн хәүефле алкоголле эсемлек һатҡаны өсөн яуапҡа тарттырылған.
Тикшереү асыҡлауынса, ҡатын автобаҙарҙан дезинфекциялаусы шыйыҡса һатып алған, уны һыу менән шыйыҡлаған һәм көмөшкәгә ҡушҡан. Килеп сыҡҡан матдәне пластик һауыттарға тултырып, һатып алыусыларға тәҡдим иткән.
"Йүнсел" ғәйебен тулыһынса таныған, уны шартлы рәүештә ете айға иркенән мәхрүм иткәндәр. Әгәр ҙә мәгәр был ҡылығы ҡабатлана икән, ҡатынға тимер рәшәткә артына ысынлап юлланырға тура киләсәк.


Вернуться назад