Төҙөүсе — һәр заманда ла маҡтаулы һөнәр. Ысынлап та, уның тылсымлы ҡулдары менән халыҡ өсөн фатирҙар, төрлө предприятие биналары, сауҙа үҙәктәре, ял һәм мәҙәниәт усаҡтары төҙөлә.
Көҙөн-ҡышын да, яҙын-йәйен дә төҙөлөштә мәшғүл һөнәр эйәләренә һоҡланабыҙ, уларҙың сыҙамлығына, түҙемлегенә һәм уңғанлығына хайран ҡалабыҙ.
Шуныһы ҡыуаныслы: төбәгебеҙҙә ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ төҙөүселәр араһында йыл һайын төрлө конкурстар ойошторола, уларҙың хеҙмәте тап ошондай бәйгеләрҙә асыҡлана һәм билдәләнә.
"Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы ташсыһы" конкурсы 25 төҙөлөш ойошмаһынан 50-нән ашыу ташсыны үҙенә йыйҙы.
"Енер" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән ташсылар Фәнүр Заһитов менән Юрий Юкчубаев, мәҫәлән, бындай бәйгелә тәүге тапҡыр ҡатнашмай, былтыр улар иҫтәлекле бүләк алған. "Башгражданстрой" тресы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән йәш ташсы Вадим Шәрәфетдиновтың ярышҡа беренсегә килеүе.
– Өсөнсө йыл эшләйем, был һөнәрҙе һайлауыма һис үкенмәйем, – ти егет. – Әлбиттә, еңеүгә өмөт итмәйем. Республика күләмендә үткәрелгән бәйгелә тәжрибәле ташсылар менән көс һынашыу — үҙе оло еңеү, минеңсә.
Конкурста ташсыларҙың һәр йәһәттән белеме тикшерелде. Бынан тыш, комиссия һәр кемдең эш барышына яңылыҡтар индереп, төрлө ҡулайлама йә ҡоролма ҡулланып эшләүен иҫәпкә алып, һәр яҡлап баһаларға тырышты.
Ташсыларҙан һуң республикала тағы ла иң яҡшы штукатурсы, биҙәүсе исеме асыҡланасаҡ. Еңеүселәр хаҡында мәғлүмәт менән киләһе һанда таныштырырбыҙ.