5 июлдән 31 авгусҡа тиклем республиканың асфальт-бетон япмалы төбәк һәм муниципаль юлдарында ауыр йөк машиналары хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә.
Был һауа температураһы Цельсий шкалаһы буйынса 32 градустан юғарыраҡ булған көндәргә ҡағыла. Башҡортостан Хөкүмәте бойороғоноң үтәлешенә контроль Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелде.