Йәмғиәт һулышын тойоп08.06.2013
Йәмғиәт һулышын тойопБыл – сағыштырмаса “йәш” байрам, сөнки һөнәр илебеҙҙә үткән быуаттың 90-сы йылдарында ғына барлыҡҡа килгән. Маҡсаты ябай: социаль хеҙмәткәр мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә көндәлек донъяуи мәшәҡәттәрен теүәлләргә ярҙам итә. Был иҫәпкә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, поликлиникаға рецепт, анализ һөҙөмтәләрен алырға барыу, йортто тәртипкә килтереү, ашарға бешереү, документтар менән эш итеү һәм башҡа изге ғәмәлдәр инә. Бурыстар аныҡ билдәләнгән, уларҙың үтәлеш шарттары һәм хеҙмәттең хаҡы күрһәтелгән, барыһы ла ҡануни йәһәттән нығытылған. Шулай ҙа… Ябай ғына тойолған эштәрҙе атҡарыу өсөн социаль хеҙмәткәр тәүге сиратта асыҡ күңелле, ихлас булырға, кешенең проблемаларын тыңлай һәм ишетә, кәрәк саҡта йылы һүҙ әйтә белергә тейеш, сөнки был һөнәрҙең төп нигеҙе – кешелеклелектә, иплелектә, итәғәтлелектә.
Байрам уңайынан һеҙгә ике уңған ханым – ошо һөнәр эйәләре хаҡында бәйән итмәксебеҙ.

“Эшем булғанға шатланам”

…Ләйсәндең мәшәҡәттәре һанап бөтөрөрлөк түгел. Ире бынан бер нисә йыл элек, ғаиләнең финанс именлеген яҡшыртайым тип, тракторсы эшен ташлаған да Себер тарафына юлланған. Шуға күрә өс бала тураһындағы хәстәрлек, йорт-ҡураға, мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа ҡағылышлы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәр – йәш ҡатын иңендә. Быға өҫтәп, 25 сутыйҙа сәселгән картуфты, ҙур баҡсаны ҡарап-тәрбиәләргә кәрәк. Бала бағыуҙа төп ярҙамсыһы – ҡәйнәһе эргәһендә булһа ла, ул да хәҙер олоғайған, барыбер күберәк үҙенә иҫәп тоторға тура килә. Ҡыҫҡаһы, Ләйсән ауыл кешеһенең ҡәҙимге тормошо менән йәшәй: таң атыр-атмаҫтан тора ла көноҙоно мең эште теүәлләй, ҡараңғы төшкәс кенә, арманһыҙ булып, бер нисә сәғәтлек ялға туҡтай…

Хәйер, алты тиҫтәгә яҡын йортлоҡ бәләкәй генә, төпкөл ауылда барыһы ла тиерлек ошо рәүешле көн итә. Мәгәр геройыбыҙҙы уларҙан айырған бер үҙенсәлек бар: Ләйсән социаль хеҙмәткәр булып эшләй, яңғыҙ йәшәгән ауылдаштарына ярҙам күрһәтә.
Күгәрсен районының Аҙнағол ауылы төп юлдан ситтәрәк, урман-тау ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған. Башланғыс мәктәп, бәләкәй генә клуб – ауылға йән һәм йәм биреп торған төп учреждениелар ошо. Эш, әлбиттә, юҡ. Күптәр шәхси хужалыҡҡа таянып, бәғзеләр ситкә йөрөп мал таба, ғаиләһен аҫрай. Шуға күрә Ләйсәндең шөғөлө ифрат табышлы, уңышлы һанала. Ҡарауһыҙ ҡалған ололарға ярҙамға ул 2008 йылдан алып йөрөй, хәҙер инде байтаҡ тәжрибә туплаған белгес барыһының да булмышын, проблемаларын белеп-күнегеп бөткән.
Ләйсән Сәлихованың ҡарамағында – оло йәштәге ете инәй. Етенсе-һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған апайҙарҙың барыһының да балалары бар, әммә улар ситтә төпләнгән, әлбиттә, эш кешеләре. Көн һайын ҡайтып, әсәйгә ярҙам күрһәтеп торорлоҡ мөмкинлектәре юҡ.
– Минең төп эшем иҙән йыуыуға, йортто тәртипкә килтереүгә, һыу ташыуға, ҡышын ҡар көрәүгә ҡайтып ҡала. Барыһының да йортона тиерлек газ үткән, бер йортто ғына утын менән йылыталар. Район үҙәгенә, күрше ауылдағы почта бүлексәһенә барғанда газ, электр уты өсөн түләүҙәрен теүәлләйем. Социаль хеҙмәт күрһәткән өсөн инәйҙәргә айына 100-160 һум аҡса түләргә тура килә. Шулай ҙа ололарға, эшемдән бигерәк, аралашыу мөһимдер, тип уйлайым. Аҙнаһына ике барғанымды көтөп торалар, аһ-зарҙарын да, ҡыуаныстарын да еткерәләр. Хәйер, иҫәпләшмәйем, инәйҙәрем сирләп-фәлән китһә, тиҙ генә йыйынып, дарыуҙар алып барам. Шулай, хәл-әхүәлдәрен белешеп, һүҙ араһында эшемде лә теүәлләп ҡайтып китәм. Шөкөр, барыһы ла риза, – ти Ләйсән Хөрмәт ҡыҙы.
“Нисек өлгөрәһең?” – тип аптырауыма, ул уңайһыҙланып ҡына: “Әлләсе…Өйрәнгәнмен инде”, – тип яуаплай. Уның Мораҡ башҡорт гимназияһында уҡыған Илзидәһе – VIII, уртансыһы Наҙгөл күрше Теләүембәт ауылындағы мәктәптә – V, төпсөктәре Динислам Аҙнағолда II класты тамамлаған. Илдә мәғарифты ҡулайлаштырыуҙың үҙенсәлеге ошо ғаилә миҫалында сағылыш тапҡан кеүек: Сәлиховтар өс балаһын өс ерҙә уҡытырға мәжбүр. Ғаиләнең пландары ҙур: быйыл йәй улар яңы йорт күтәрмәксе. Шуға күрә Себерҙә бил бөккән Илнурҙың да, ауылдаштарына социаль хеҙмәт күрһәткән Ләйсәндең дә килеме бик урынлы.
– Эштән ҡурҡмайым, – ти ауыл уңғаны. – Киреһенсә, айына 5-6 мең һум аҡса килтергән шөғөлөм булғанға ифрат ҡыуанам. Йәшәргә, балаларҙы үҫтерергә кәрәк бит. Йорт та төҙөйһө бар.
…Бәләкәй генә ауылда ҙур пландар ҡороп донъя көткән тырыш ҡатынға һоҡланмайынса булдыра алмайым.

“Кешеләргә кәрәкмен”

Йәмғиәт һулышын тойопСветлана Рәхимова – педагог, оҙаҡ йылдар баш ҡала колледждарының береһендә сит телдән уҡытҡан. Ғүмер буйы студенттар араһында аралашып йәшәгәнгәме, пенсияға сығып, бер нисә ай ял иткәндән һуң, күңелендә ғәжәйеп ҙур бушлыҡ тойғоһо кисергән.
– Уйлана торғас, эш эҙләп ҡарарға булдым. Аңлап тораһығыҙ – пенсионерҙарға ғына түгел, йәштәргә эш табыуы ҡыйын хәҙерге заманда. Шулай ҙа өмөтөмдө өҙмәнем. Ленин районының халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эш бар тигәс, шунда йүнәлдем. Уның етәксеһе Ғәлиә Булгаковаға рәхмәтлемен – хеҙмәтемдең үҙенсәлеген аңлатып, күңелгә ышаныс өҫтәп ебәрҙе. Күреүегеҙсә, ете йыл уңышлы эшләп йөрөйөм. Әйткәндәй, беҙҙең ойошма баш ҡаланың ошондай уҡ учреждениелары араһында – алдынғыларҙың береһе. Социаль хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте яҡшы ойошторолған, халыҡҡа сифатлы социаль ярҙам күрһәтелә. Үҙәк штатында парикмахер, кейем бесеүсе һәм башҡа һөнәр эйәләре лә бар. Хеҙмәтләндереү хаҡы түбән, пенсионерҙарҙың кеҫәһенә иҫәпләнгән, – ти Светлана Сергеевна.
Уның ҡарамағында – 12 кеше. Араларында инвалидтар, хеҙмәт ветерандары бар, уларҙың барыһын да уртаҡ бәлә берләштерә: барыһының да һаулығы хөрт. Бәғзеләр өсөн социаль хеҙмәткәр йәмғиәт менән тоташтырыусы берҙән-бер күпер булып тора, сөнки урамға сығып йөрөрлөк, кешеләр менән аралашырлыҡ, хужалығын хәстәрләрлек хәле-мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә Светлана Сергеевна әҙәм балаһы өсөн яңғыҙлыҡтан да ауыр һынау юҡлығына күптән инанған.
– Бәғзе ололар бер үк фатирҙа балалары менән көн итә, әммә барыбер яңғыҙлыҡтан яфалана. Айырым туҡланалар, айырым һыуытҡыстан файҙаланалар, хәл-әхүәл белешеү түгел, хатта үҙ-ара һөйләшмәйҙәр ҙә. Уларға беркетелгән социаль хеҙмәткәр булараҡ, аһ-зарҙарын тыңламайынса хәлем юҡ, сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минән башҡа оло кешене аңлаусы ла, уға ярҙам ҡулы һуҙыусы ла табылмай, – ти ул.
“Фатир мәсьәләһе кемде генә боҙмаған” – үткән быуатта йәшәгән билдәле классиктың был һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәк. Светлана Сергеевна яңғыҙ йәшәгән ололарҙың яҡындары-туғандары ара-тирә генә хәл белеүен, ә фатир документтарын ҡулына төшөргәс, уларға бөтөнләй ҡул һелтәүен үҙ күҙҙәре менән күреп белә.
– Беҙҙең эш йәмғиәт һулышын аныҡ тойорға булышлыҡ итә. Ҡыҙғаныс, күберәк осраҡта уның күренештәре аяныс. Шуға күрә хеҙмәттән файҙаланыусыларға, матди һәм физик яҡтан тыш, психологик ярҙам күрһәтеү ҙә үтә мөһим, – ти Светлана Сергеевна. Әйткәндәй, хеҙмәттәштәре араһында ул тәжрибәле, яуаплы белгес булараҡ билдәле, былтыр иһә Ленин районы кимәлендә “Иң яҡшы социаль хеҙмәткәр” исемен яулаған.
“Бурысығыҙ еңелдән түгел, кәйефте күтәрә торған берәй әмәлегеҙ бармы?” – тигәнгә, яңы танышым былай тип яуап бирҙе:
– Иң тәүҙә мыжығыраҡ, дорфараҡ кешеләрҙең мәшәҡәттәрен теүәлләргә тырышам. Иң аҙаҡта күңелде күтәрерлек йылы һүҙ әйткән, йәнле әңгәмәләшкән клиенттарым янына барам. Улар менән арығанлыҡ тойғоһо ла онотола, кәйеф тә күтәрелә, артабан эшләрлек дәрт-дарман тыуа, – ти Светлана Рәхимова.


Вернуться назад