Балыҡ кеүек йөҙә!22.12.2011
Санкт-Петербургта йөҙөү буйынса халыҡ-ара "Владимир Сальников кубогы" турниры үтте.
Ярышта М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Ксения Москвина ҡатнашты һәм Рәсәй командаһы иҫәбенә ике миҙал өҫтәне. Ул арҡаға ятып 200 метрға йөҙөүҙә беренсе булһа, 100 һәм 50 метрға йөҙгәндә, Анастасия Зуеванан ҡала, икенсе урынды яуланы.


Вернуться назад