Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сермән балалар йортона аяҡ баҫҡанда көндөң тәүге яртыһында була торған йәнлелек һүрелмәгәйне. Бер төркөм үҫмер баҡсала эшләй, икенселәре имтиханға әҙерләнә, ә тәрбиәселәр Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы ойоштороласаҡ сараларҙы тағы бер тапҡыр барлай, директор иһә яуаплыларҙы билдәләй ине. Ҡыҫҡаһы, мәшәҡәттәре артҡан, ваҡыттары тығыҙ саҡҡа тап килдек.
Хәйер, бында бер ҡасан да тынлыҡ булғаны юҡтыр. Уҡыу йылы тамамланып ҡына тора, ә үҫмерҙәрҙе әллә күпме ҡыҙыҡлы һәм файҙалы осрашыу, сәйәхәттәр көтә. Ошо көндәрҙә генә ҡурайҙа оҫта уйнаған ете малай Өфөлә үткән фестивалдә ҡатнашҡан. Спорт менән етди шөғөлләнгән һәм яҡшы уҡыған биш үҫмер Санкт-Петербургка сәфәргә йыйына. Уларҙы шулай мауыҡтырғыс, бай тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ йәйге ял көтә.
Әле балалар йортонда 112 үҫмер тәрбиәләнә, 50-һе — патронат ғаиләлә. Дүрт уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра, 11-е IХ класты тамамлай. Ғөмүмән, барыһы өсөн дә яуаплы мәл.
Балалар йорто тәрбиәселәренең “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына дәррәү ҡушылыуын да әйтеп үтәйек. Быға ҡәҙәр ҙә күптәре баҫманы алдырып, эштәрендә файҙалана ине. Директор Нурия Шаһиморатова әйтеүенсә, балалар менән эшләгән һәр кем камиллашырға, закондарҙы өйрәнергә, яңылыҡтарҙы белеп барырға тейеш. Ғөмүмән, “Башҡортостан”дың һәр хеҙмәткәрҙең өҫтәлендә булыуы яҡшы, ти ул.