Аҡса һуғыу сере07.06.2013
Аҡса һуғыу сереШулай тип һораһам, барығыҙҙың да бер тауыштан:
— Ҡайҙа булһын, “Монетный двор”ҙа инде, – ти әйтеренә энә осондай ҙа шигем юҡ. Бығаса мин үҙем дә шулай уйлай инем. Ләкин күптән түгел Дүртөйлөлә саҡта бәғзе әҙәмдәрҙең дәүләт баҫҡан булыр-булмаҫ аҡсаны ғына көтөп ултырмауын белдем.
— Һы, нимәһе бар, ап-анһат ул. Уның өсөн махсус станок та, әллә ниндәй буяуҙар ҙа хәжәт түгел, – тинеләр миңә. – Ана “Арбат” тип аталған страховка компанияһы шулайтып еңел генә аҡса һуға.
Әйткәндәй, “Арбат” 2002 йылда ойошторола. Бөгөн уның Рәсәйҙә 50-нән ашыу филиалы бар, Өфөләгеһенә бығаса уҡ мутлығы менән шөһрәт ҡаҙанған Йозеф Душкевич етәкселек иткән.
Һуңғы йылдарҙа тәбиғәт шарттары иркәләмәне ауыл хужалығы эшсәндәрен. Ҡарһыҙ ҡыштарҙа меңдәрсә гектар майҙанда ужым культуралары өшөп һәләк булһа, йәйге ҡоролоҡта ашлыҡтан көтөлгән уңышты бирмәне. Тап шундай осраҡтарҙа юғалтыуҙарҙы әҙме-күпме ҡаплау өсөн дәүләт хужалыҡтарға аҡса бүлә. Мәҫәлән, Башҡортостандағы предприятиеларға 2007 – 2012 йылдарҙа 494,6 миллион, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 373,4 миллион, республиканан 121,2 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Был осорҙа сәсеүлек майҙандары 9 миллиард 92 миллион һумға страховкаланған.
Шуны ғына көтөп йөрөгән изге күңелле “Арбат” хеҙмәткәрҙәре фермерҙарға уңышты страховкалау хаҡында килешеү төҙөргә тәҡдим яһай. Күптәр, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, баш тарта. Шулай ҙа “шәфҡәтле әҙәмдәр” ныҡыш булып сыға.
— Юҡҡа аптырамағыҙ, ана, кредит алығыҙ, – тиҙәр. – Беҙҙең яҡын дуҫтарыбыҙ бар, улар һорағанығыҙҙы ла көтмәҫ, үҙҙәре бирер.
Шулай итеп, “Арбат” йәтеш кенә аҡса эшләүҙе яйға һала. Кәсеп уңышлы барһын өсөн “Стефания”, “Доната” тигән йәмғиәттәр ойошторола. Банкта махсус иҫәптәр асыла, заем аҡсалары ла, компенсацияға субсидия ла шунда күсерелә. Субсидия алыу өсөн документтарҙы фирма үҙе тултыра.
“Росагрострах”, “Поддержка” страховка компанияһы”, “Полис”, “Янғынға ҡаршы милли страховка компанияһы”… Компанияның исеме төрлөсә үҙгәреп торһа ла, маҡсаты әүәлгесә ҡала – хужалыҡтарҙы төп башына ултыртып, анһат ҡына аҡса эшләү.
Субсидия ауыл хужалығы культуралары сәселгән майҙанға ҡарап бүленә. Әммә, иҫәпләй башлағас, уныһын күпкә арттырып яҙғандары асыҡлана. Республикала ошо йүнәлештә эшләгән егерменән ашыу страховка компанияһы булһа ла, ни өсөндөр барыһы ла “Арбат”ты яҡыныраҡ күрә. Бәғзе бер район башлыҡтары ауыл хужалығы идаралығы етәкселәренә бары улар менән эш итеү талабын ҡуя. Тәтәй кеүек кейенгән хур ҡыҙҙары шулай бер Дүртөйлө районының “Игенсе” хужалығына килә. Әлбиттә, телдәренән бал тамып торған һылыуҡайҙар алдында нисек баш тартып тораһың – ризалашалар.
Райондың “Победа”, “Йәнекәев”, “Шишмә тоҡомсолоҡ заводы” йәмғиәттәре “Арбат”тың ҡорбанына әүерелә. Шулай итеп, 2007 йылда ғына ойошма кеҫәһенә 200 миллион һумдан ашыу аҡса инеп ята. Унан йәнә, йәнә…
Бына шулай Душкевич әфәнденең аҡса һуғыу тарихы. Хужалыҡтар, юғалтыуҙары өсөн страховка аҡсаһы алаһы урынға, үҙҙәре бурысҡа батҡанын аңламай ҙа ҡала, ҡайһылары бөлгөнлөккә төшә. Бер аҙҙан етәкселәргә компаниянан иҫкәртеү хаттары яуа башлай. Имеш, уларҙың шунса-шунса күләмдә бурысы бар, һуңлатҡан өсөн пеня өҫтәлә бара…
Бөгөн хәйләкәр Душкевичтың эш алымын хоҡуҡ һаҡлау органдары уртаҡлаша, үҙенә һорау артынан һорау яуҙыралар:
– Нисек?
– Ҡайһылай?
– Беҙгә лә һөйлә әле!
Бәлки, тиҙҙән бейек ҡоймалы, рәшәткәле йорт эсендә башлы әфәнде аҡсаны былай эшләргә ярамағанлығын аңлар…


Вернуться назад