Беҙҙең йырсы – еңеүсе22.12.2011
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Фларида Иркина (концертмейстеры – Е. Мороз) Тверь ҡалаһындағы СССР-ҙың халыҡ артисы А.П. Иванов исемендәге VII халыҡ-ара вокалсылар конкурсында беренсе урынды яуланы. Конкурста Рәсәйҙең 200 юғары уҡыу йорто, туғыҙ ил вәкилдәре ҡатнашты.
Беренсе урында шулай уҡ – Германиянан Юлия Соколик, ә икенсе урын бирелмәгән. Өсөнсөлә – Израиль һәм Беларусь йырсылары. Барлыҡ лауреаттар ҙа киләһе йыл Прагала ике аҙналыҡ программа менән сығыш яһау хоҡуғына эйә булған.