Ҡымыҙлыҡ07.06.2013
ҠымыҙлыҡБыйыл яҙ һуң килде, тимәк, әле ҡымыҙлыҡты тәмләп өлгөрөп була. Тәме ҡуҙғалаҡҡа тартым һутлы һабаҡтарын әрсеп, ләззәтләнә торғайныҡ яҙҙарын. Йәш ҡымыҙлыҡтың тәме сөсөрәк, әскелтем татлы. Аскорбин, ҡуҙғалаҡ кислоталары үҫемлеккә шундай тат бирә. Флавоноидтар (һабағында — 0,080%, сәскәһендә — 0,075 %), гликозидтар, дуплау матдәләре, крахмал үҙенсәлекле тәм өҫтәй. Үҫемлек күбеһенсә таулы яҡтарҙа осрай, бигерәк тә Иҙел башында ул ҙур-ҙур майҙандарҙы биләй. Инйәр ауылы, Белорет ҡалаһы баҙарҙарында яҙғыһын йөк-йөк ҡымыҙлыҡ һатыла.
Һабаҡтарынан компот, ҡайнатма эшләйҙәр, бөйөрөктәре, бәлештәре хуш еҫе менән әллә ҡайҙан саҡырып тора! Бәлеш эслеге әҙерләгәндә ағып сыҡмаһын өсөн бер аҙ крахмал һалырға мөмкин.
Эс киткәндә, дизентерия булғанда тамырын, һабағын ҡайнатып эскәндәр. Тамырын оҙаҡ итеп ҡайнатып, ҡара һәм көрән буяу әҙерләгәндәр.
Ҡуҙғалаҡ кислотаһы тигәс, һағайғанһығыҙҙыр һәм дөрөҫ тә эшләйһегеҙ: артрит һәм ревматизмдан яфаланғандар, бөйөрөндә — таш, быуынында тоҙ йөрөтөүселәр танһыҡҡа бер аҙ ҡапҡылаһа, еткән.


Вернуться назад