Ҡаҡыны беҙ ҙә бәләкәйҙән ашап үҫтек, итләс һутлы һабаҡтары усҡа инмәле булыу менән үк өҙөп алып, йоҡа һабағын һыҙырып, кертелдәтергә тотона торғайныҡ. Кем күпме йыйғанын тикшереп, уҙышабыҙ, аҙаҡ теҙелеп ултырып һыйланабыҙ. Һабағы ҡата, сәскәгә бөрөләнә башлағас та әле өҫкө йомшаҡ өлөшөн көйшәштерҙек. Сәскәгә бөрөләнгәс, ярма кеүек йыйып, ашҡа һалғандар.
Англияла ҡаҡыны турама өсөн түтәлдә үҫтерәләр. Ҡафтау аръяғында ла ул — яратҡан ризыҡ, беҙҙең илде әйтәһе лә түгел. Эстондар юҡҡа ғына уны “урыҫ кәбеҫтәһе” тип атамайҙыр инде. Ҡыҫҡаһы, бик күп илдәрҙә уның биологик ҡиммәтен юғары баһалайҙар. Йәш һабаҡтарында, япраҡтарында С витамины, тимер, баҡыр, бор, марганец, молибден, титан, аҡһымдар, эфир майҙары, азотһыҙ экстрактив матдәләр бар.
Халыҡ дауаһы булараҡ ҡаҡыны зәңгегә, бабаһырҙарға ҡаршы ҡулланалар.
Тәме редисты хәтерләтә, шунлыҡтан турамаларға ошо йәшелсә урынына ла һалалар. Һабаҡтарын һәм япраҡтарын ашҡа өҫтәйҙәр, быҡтырып, ит, балыҡ ризыҡтары менән табынға бирәләр.
Ҡаҡыны киптерәләр, тоҙлайҙар, әсетәләр. Тәүгә үҫеп сыҡҡандарының тамырын керән урынына ла файҙаланалар.