Бына ошо үҫемлектәр йыш ҡына ҡотҡарған да инде асҡа үлеүҙән. Шул уҡ үләндәр дауа ла булған. Әтлектең нимә икәнен Интернеттағы төркөмөмдә һорашып ҡына яңыраҡ белдем. Ҡәҙимге “ҡыңғырау сәскә” тип йыйып йөрөгән үҫемлек булып сыҡты ул. Урыҫса “бубенчик лилиелистный” тип атала икән. Әтлек — күк ҡыңғырау сәскәле үлән, уның һары төҫтәге йыуан тамыры ашарға яраҡлы, тип яҙҙы бер төркөмдәшебеҙ. Сәрбиямал Иҡсанова бик мөһим мәғлүмәт өҫтәне: “Уның тамырын йыуып, мейестә киптергәндәр ҙә ҡул тирмәнендә тартып он яһағандар. Шунан “липүшкә” бешергәндәр. Сейләй ашап булмай уны”.
Әтлек тамырында вирустарҙы үлтерә торған матдәләр тапҡандар. Шәреҡ табиблығында уның үпкә ауырыуын дауалау өсөн ҡулланылыуы билдәле. Төрлө үңәҙҙәргә, бактерияларға ҡаршы файҙаланыла, ашҡаҙан яраһын, йәрәхәтте йүнәлтә, иммунитетты нығыта, кальций, тимер, фосфорҙы үҙләштерергә ярҙам итә.
Хәҙерге көндә медицинала әтлек препараттарын һыуыҡ тейгәнде, йүткереүҙе, коклюшты, эс ауырыуҙарын, быуманы, гипертонияны, нервы ауырыуҙарын дауалау өсөн ҡулланалар.
Әтлек сәйеНеврастениялы кешеләргә шифаһы ныҡ тейә икән.
1,5 аш ҡалағы әтлек вағын бер стакан ҡайнар һыуҙа 40 минут тоталар, һуңынан һарҡытып, аш алдынан көнөнә дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ эсәләр. Ҡыҫҡаһы, юҡҡа-барға ҡыҙа башланыңмы, асыуың алда йөрөймө — тот та әтлек сәйе эс. Моғайын, тыныслыҡ табырһың.