Гәзит уҡыусыбыҙ Вәсилә Мөхәмәтшина күптән түгел Ағиҙел ярына, Дуҫлыҡ монументы янына барғанда тупаҫ хатаны күреп аптырашта ҡалған, киоск эргәһенән битараф ҡына үтеп китә алмаған.
Баҡһаң, бында Ағиҙелдә йөрөгән теплоход-пароходтарға билет һаталар икән. Тимәк, ошонда килгән меңдәрсә кеше хаталы яҙыуҙы уҡырға, ойошманың башҡортса атамаһы тап шулай булырға тейеш тип уйларға мәжбүр. Һис тә килешкән эш түгел: Башҡортостан йылға пароходсылығында был хәлде тикшереп сара күрерҙәр, тип өмөтләнәйек.