Һабантуй берҙәмлекте нығыта07.06.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Әл-хәмдү лил-ләһ, Ислам — Аллаһ Тәғәлә ебәргән изге дин. Әммә ул ғибәҙәт ҡылыуҙан ғына тормай. "Динебеҙ ун өлөштән торған хәлдә, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу, хажға барыу, зәҡәт биреү — уның бер бүлеге генә, — тигән пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. — Ҡалған туғыҙ өлөшө — мөғәмәлә итеү, йәғни йәшәү".
Пәйғәмбәребеҙ мөбәрәк бер хәҙисендә күңелгә ял биреп тороу кәрәклеге хаҡында әйткән. "Әгәр ул арыһа, һуҡырайып, изгелектәрҙе күрмәй", — тигән. Шунлыҡтан да йәмғиәткә файҙалы, әҙәм балаһына зарар килтермәй торған, аралашыу, фекер алышыу, туғандар менән бәйләнеште нығытыу ниәтендәге ялды Ислам бер ваҡытта ла кире ҡаҡмаған.
Диндә Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәре бар. Ғәрәп илдәрендә улар айырыуса билдәләнә: тотош халыҡ өс көн буйы байрам итә, уйындар, ярыштар ойоштора. Был бер-берең менән аралашыу, балаларҙа динебеҙгә мөхәббәт уятыу йәһәтенән ифрат әһәмиәтле.
Беҙҙә яҙғы сәсеүҙән һуң бөтөн халыҡ ҡыуанып, һабантуйҙар үткәрә. Байрамда, беренсенән, Хоҙай Тәғәләгә шөкөр ителһә, икенсе яҡтан, бөтөн туғандар йыйылып, аралаша. Пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: "Туғанлыҡтың ҡәҙерен белеү, уны нығытыу ғүмергә бәрәкәт бирер", — тигән икән, изге йолабыҙҙы һаҡларға бурыслыбыҙ.
Һабантуйҙарҙың элек-электән хәләл ризыҡ менән үткәрелеүе лә әһәмиәткә эйә. Бөгөн күп районда был йола тергеҙелә башланы. Һыбай йөрөү, уҡ атыу, йүгереү һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүҙе Ислам һәр ваҡыт хуплаған, сөнки әҙәм балаһының рухы ла, тәне лә сәләмәт булырға тейеш.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә динебеҙ биргән бөйөк тәрбиәне ҡулланып, байрамдарҙы айыҡ килеш, күркәм аралашып үткәрергә, туғанлыҡ хистәрен нығытырға насип ҡылһын. Шул ваҡытта, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, тормошобоҙ бәрәкәтле булыр, милли йолаларыбыҙ халҡыбыҙҙың рухи яңырыуына хәйерле юл һалыр. Амин.