“Юлдаш” беҙгә лә юлдаш07.06.2013
Бына инде нисәмә йыл беҙ, Силәбе өлкәһе башҡорттары, Башҡортостан юлдаш телеканалын ҡарап, мөғжизәләй матур туған мәҙәниәтебеҙҙән рухи ҡәнәғәтлек алабыҙ. Әллә нисәнсе ҡат рәхмәтебеҙҙе белдереп гәзиткә яҙыр өсөн ҡулыма ҡәләм алам да һүҙем етмәй туҡтайым. Беҙ бындай илаһи шатлыҡты күрербеҙ тип өмөтләнә лә алмай инек бит. Әле изге эш башҡарған яҡташтарыбыҙ Марсель Йосоповҡа, Азамат Тимерғазинға оло рәхмәт еткереүемде бик күп кеше үтенде.

Башҡортостан юлдаш телеканалының программаһы шул тиклем бай, ябай, уны хатта был яҡта йәшәгән урыҫтар менән немецтар ҙа яратып ҡарай. Иң ҡәҙерлеһе — йөрәккә үтеп инерлек матур туған телебеҙ. Үҙ телен белмәгән, уның нескәлектәрен аңламаған урта һәм йәш быуын вәкилдәрен дә йәлеп итерлек фәһемле, тәрән мәғәнәле тапшырыуҙар бихисап.
Программаны алғас, ҡыҙыл ҡәләм менән “Уңған килен”, “Арыҫлан” ир-егеттәр клубы, “Бәхетнамә”, “Ҡайтайым ауылыма” тапшырыуҙарының, концерт һәм спектаклдәрҙең аҫтына һыҙып ҡуябыҙ ҙа бер-беребеҙгә хәбәр итеп торабыҙ.
“Телеүҙәк” шундай ҡыйыу сыға. Һәр тапшырыуҙа иҫ китерлек азатлыҡ, рух сағыла. Ниндәй арҙаҡлы, аҡыллы, бөйөк милләттәштәребеҙ бар! Йыш ҡарағас, улар күршебеҙ кеүек яҡын һәм таныш булып бөттө. Яратҡан артистарыбыҙ Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Тәнзилә Үҙәнбаева, Риф Ғәбитов, бөйөк яҙыусыларыбыҙ һәм шағирҙарыбыҙ, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Рәшиҙә Солтанова, Ләлә Бейешева, ғалимдарыбыҙ Фирҙәүес Хисамитдинова һәм башҡалар өйөбөҙгә килгән кеүек була.
Республикалағы ауылдарҙың төҙөклөгө һәм таҙалығы ҡыуандыра, йылға-күлдәрҙең, урмандарҙың матурлығы һоҡландыра. Юҡҡа ғына Башҡортостанды “икенсе Швейцария” тип атамағандар.
Ниндәйҙер сәбәптәр буйынса тапшырыуҙар өҙөлөп торған саҡта халыҡ ҡоролтай ағзаларына тыныслыҡ бирмәй: “Ниңә юғалды, БЮТ-һыҙ йәшәй алмайбыҙ!” — тиҙәр.
Барлыҡ силәбеләр исеменән Башҡортостан журналистарына, Башҡортостан юлдаш телеканалы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ!


Вернуться назад