Һынау килгәндә терәк булырҙай дуҫтар ҙа табыла07.06.2013
Һынау килгәндә терәк булырҙай дуҫтар ҙа табыла— Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар! Гәзит аша таныштарыма рәхмәт һүҙе еткерергә ине, – тип бүлмәгә матур ғына апай килеп инде. Танышып, һөйләшеп киттек.

Зилә Рамаҙанова Үзбәкстан тарафтарында 47 йыл йәшәгән. Былтыр иһә, тыуған яғыма ҡайтҡым килә тип, балалары, тормош иптәше менән Өфөгә күсеп килгәндәр. Йылдар буйы туплаған мөлкәтен һатһалар ҙа, бында ул аҡсаға йорт та, фатир ҙа алып булмай, шуға ла тормош иптәше Салауат ағай “оҙон” аҡса артынан Себергә сығып киткән. Тик “бәлә ағас башынан түгел, ә кеше башынан йөрөй” тигәндәре дөрөҫ шул: инде эшкә урынлашып, етеш тормошҡа өмөт итеп йөрөгән мәлдә, ғаилә башлығы ҡапыл вафат булған.
— Ҡайғылы хәбәр еткергәстәре, баҙап ҡалдым. Ҡайҙа барырға, ни эшләргә белмәй аптырандым. Ҡыҙым менән тиҙ генә юлға йыйындыҡ та билдәһеҙлеккә сығып киттек. Хоҙай кешегә һынау менән бергә уны кисерергә көс тә, терәк булырҙай кешеләр ҙә бирә икән, – ти Зилә Мәхмүт ҡыҙы.
Яҡутстанға тиклем поезда биш тәүлек барғандан һуң, бер ҡасан да күрмәгән ҡалаға барып төшәләр. Аптырашта ҡалған ҡатындарҙы урындағы башҡорт ҡоролтайына ебәрәләр. Уның етәксеһе Резеда Датская Зилә апай менән ҡыҙы Эльвинаны ҡурсалап, ирен ерләшеүҙә баһалап бөткөһөҙ ҙур ярҙам күрһәтә. “Ер туң, ҡәбер ҡаҙыуға ике көн ваҡыт китә. Салауатты ҙур ҡыйынлыҡ менән ерләнек, һуңғы юлға сит-ят ерҙә оҙатырға тура килде. Резеда Рәүеф ҡыҙы Нерюнгри ҡалаһынан Дамир исемле мулланы саҡыртып, йыназа уҡытты”, – тип хәтерләй ауыр көндәрҙе Зилә апай.
Ғәҙелһеҙ кешеләр ҡайҙа ла бар. Иренә тейешле эш хаҡын ала алмай интегә ул. Тәүҙә ойошма етәксеһе түләүҙән бөтөнләй баш тарта. Яҡташтарыбыҙҙы ҡурсалаусы Резеда Датская шәхсән һөйләшкәндән һуң ғына 30 мең һумды сығарып һала.
— Ауыр саҡта терәк булған кешеләргә, беҙҙе оҙатып йөрөгән Фәһим Заһитовҡа, Вадим Йомадиловҡа, Роберт Йоматовҡа, Яҡут-Саха Республикаһының башҡорт ҡоролтайына ҙур рәхмәтлемен, – тип, Зилә апай алыҫ юлда осраған мәрхәмәтле кешеләрҙең барыһына ла гәзит аша сәләмдәрен еткерә.


Вернуться назад