Вячеслав ЧЕРНЕВ: “Аҡмулла телендә һөйләшеү – ҙур бәхет”07.06.2013
Вячеслав ЧЕРНЕВ: “Аҡмулла телендә һөйләшеү – ҙур бәхет”“Башҡорт теле ифрат көслө, яңғырауыҡлы. Бар матурлығын тойор өсөн уны өйрәнергә, һөйләшергә кәрәк. Бөйөк Аҡмулланың теле шундай булырға тейеш бит”, – тип саф башҡортса һөйләшеүсе ҡунағыбыҙ Ырымбур ҡалаһында йәшәүсе урыҫ егете Вячеслав Чернев булыр. Ул Ырымбур педагогия университетының сит телдәр факультетында уҡый. Йәш полиглот “Башҡорттарҙың тел аша донъяға ҡарашы” тигән ғилми хеҙмәт яҙыр өсөн мәғлүмәт туплау маҡсатында күптән түгел Өфөгә килеп ҡайтты, “Башҡортостан” гәзите редакцияһында ла булды. Ҡыҫҡа ғына осрашыу мәлендә ҡунағыбыҙҙан телдәрҙе өйрәнеү серен белергә, башҡорт теленә ҡағылышлы һорауҙар бирергә һәм уның башҡортса һөйләшкәндә бер урыҫ һүҙен дә ҡыҫтырмауына, телмәр байлығына һоҡландыҡ.

– Вячеслав, ҡайһы бер башҡорттар туған телдә аралашырға ҡыйынһынған, балаларын урыҫса ғына һөйләштереп үҫтерергә ынтылған мәлдә һин, киреһенсә, башҡортса шыма һөйләшеүең менән таң ҡалдыраһың. Әйтерһең, Ырымбур ҡалаһындағы урыҫ ғаиләһендә түгел, ә башҡорт ауылында тыуып үҫкәнһең...
– Телдәр өйрәнеү менән бала саҡтан уҡ мауығам. Алтынсыла уҡығанда – инглиз, етенселә – итальян, һигеҙенселә француз телдәрен өйрәнә башланым. Математиканан беҙҙе татар апайы уҡытты, уның ярҙамында татар телен үҙләштерҙем. Һигеҙенселә уҡығанда ҡулыма Ырымбурҙа сыҡҡан “Каруанһарай” гәзите килеп эләкте. Ундағы һүҙҙәр аңлашылһа ла, татарса яҙылмағаны күренеп тора ине. Математика уҡытыусыһы гәзиттең башҡортса баҫылыуын әйтте. Бер аҙҙан башҡорт телендәге ноталар йыйынтығына юлыҡтым. Ошо осраҡлы ваҡиғалар телде өйрәнеүгә әйҙәне. Әле ете телдә иркен аралашам.
– Ай-һай, һүҙҙәр ятлауҙың шәп ысулын беләһеңдер әле!
– Телде өйрәнгәндә һүҙҙәрҙе белергә кәрәк, әлбиттә, әммә улар үтә мөһим түгел. Һүҙҙәрҙе күберәк ятлаһаң, телде лә үҙләштерәһең, тигән хаталы фекер йәшәй. Мәктәптәрҙә лә ошо талаптан сығып уҡыталар. Асылда иң мөһиме – грамматика. Ассоциатив ысул да бик отошло.
– Башҡорт телен өйрәнеүе ҡыйын булдымы? Ул үҙенсәлекле өндәргә бай бит, грамматикаһы ла урыҫсанан ныҡ айырыла.
– Ҡыйын булманы, урыҫ теле күпкә ауырыраҡ. Иң тәүҙә башҡорт грамматикаһын өйрәндем, һуңынан Интернетта башҡортса аралаша һәм Башҡорт Википедияһына мәҡәләләр яҙа башланым. Тәүҙә ҡулланыусылар хаталарымды төҙәтергә ярҙам итте, бигерәк тә һүҙҙәргә ялғау өҫтәүе ҡыйын була торғайны. Хәҙер башҡортса хатаһыҙ яҙам һәм аралашам, тип әйтә алам.
Меңәр йылдар аша “Урал батыр” эпосын алып килеп еткергән, бөйөк Аҡмулланың аҡыллы фекерҙәрен танытҡан телдә һөйләшеүҙе ҙур бәхет тип иҫәпләйем. Уның көсөн, нәфислеген тасуирлап булмай, бының өсөн ошо телдә һөйләшергә кәрәк. Тағы ла башҡорт теле ифрат бай – фәнни һәм рәсми телдәрҙә лә һәр төшөнсәгә кәрәкле һүҙҙе табып була.
– Балаларына туған телде өйрәтмәгән ата-әсәләргә нимә әйтер инең?
– Рәсәйҙәге төрлө милләт вәкилдәренең үҙ теленән баш тартыуы, урыҫҡа әйләнергә тырышыуы аптырата. Кеше ни тиклем күберәк телде белһә, шул тиклем байыраҡ, аҡыллыраҡ була, мөмкинлектәре лә арта бит. Ата-әсәләр шуны аңлаһын һәм балаларының телен киҫмәһен ине. Мәҫәлән, башҡортса һөйләшеп үҫкән бала инглиз телен башҡаларҙан тиҙерәк үҙләштерәсәк, уға төрки телле бүтән халыҡтарҙы аңлауы ла еңел.
Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең ҡайһы бер сәйәсмәндәре урыҫ булмаған халыҡтарҙың милли тойғоһонда уйнай, туған телдәрҙе уҡытыуҙың әһәмиәтен юйырға ынтыла. Урыҫ булһам да, бындай күренеште ҡабул итә алмайым. Ошондай шарттарҙа туған телеңде һаҡлау һәм балаларыңа еткереү – һәр кемдең изге бурысы.
– Мөмкинлек, тигәндәй, Вячеслав, һинең кеүек күп телле егет алдында киң офоҡтар асыҡ. Киләсәктә ҡайһы илдә йәшәргә теләйһең?
– Миңә Башҡортостан эшләү һәм йәшәү өсөн ҡыҙыҡлы төбәк булып тойола. Башҡорт халҡы алсаҡлығы, ихласлығы, боронғо йолаларға тоғро ҡалыуы менән күңелгә ятты. Тағы ла башҡорттарҙың тырышлығы, яуаплылығы оҡшай: улар менән уртаҡ эш башлаһаң, мотлаҡ уңаһың. Әммә туған телдәрен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә һүлпән булыуҙары күңелде ҡыра. Мәҫәлән, йәштәр урыҫ һүҙҙәрен ҡушып һөйләшә, Интернеттағы башҡорт теленә бәйле проекттарҙа әүҙем ҡатнашмай. Телдең киләсәге йәштәр ҡулында бит. Улар үҙ-ара аралашҡан ваҡытта башҡорт телен ғорурланып ҡулланһа, тел йәшәйәсәк. Был милләтселек түгел, ә мәҙәниәтеңде һәм телеңде хөрмәтләү билдәһе.
– Телде үҫтерер өсөн тағы ла ниндәй саралар күрелергә тейеш тип иҫәпләйһең?
– Күренекле ғалим Жәлил Кейекбаев телде йәнле нәмә итеп күргән. Ысынлап та, заман һәм кешеләр менән бергә ул да үҙгәрә, яңыра. Шуға күрә бөгөн башҡорт грамматикаһы ғалимдарҙан яңы ҡараш көтә. Башҡорт теле сит һүҙҙәр менән тулып китмәһен өсөн һүҙлектәрҙе лә байытырға кәрәк.
– Башҡорт теленең яҙмышына битараф булмауың ғилми эшеңдең исеменән үк һиҙелеп тора.
– Башҡорттар – Ырымбур яҡтарының аҫаба халҡы. Ҡаланың барлыҡҡа килеүенә лә улар ҙур өлөш индергән, Каруанһарай әле лә — башҡорттарҙың рухи ҡәлғәһе. Элек-электән зыялы булыуы менән айырылып торған халыҡтың бейҙәре һәм байҙары төбәктә мәғарифты үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаған. Шуға күрә башҡорттарҙың телен, мәҙәниәтен өйрәнеү тыуып үҫкән төбәгемдең тарихын, үҙенсәлектәрен нығыраҡ аңларға булышлыҡ итә.


Вернуться назад