Һалым тураһында һорауың тыуһа...22.12.2011
Ошо көндәрҙә Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 27-се район-ара һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һалым түләүселәр өсөн күсмә семинарҙар ойоштора.
Бөгөн сара Баҡалы һәм Шаран ауылдарында, йомала иһә Туймазы ҡалаһы хакимиәтендә уҙғарыласаҡ.
Инспекция хеҙмәткәрҙәре һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәрҙе һәм һалым хеҙмәтенең интернет буйынса хеҙмәтләндереү үҙенсәлектәрен аңлатасаҡ.