Бүләк, бәлки, һеҙгә яҙғандыр07.06.2013
Иртә торған — эшен, һуң торған үҙен бөтөрә, тиҙәр. Хаҡ әйтә халыҡ. Ысынлап та, йәһәтерәк ҡуҙғалып, эшеңде тамамлап ҡуйыуға, йәғни йән тыныслығына ни етә! Был “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыуға ла ҡағыла. Ваҡыт бар әле тип почта бүлексәһенә барыуҙы кисектергәнсе, мәлендә мөрәжәғәт итеп, ҡулыңа квитанция алып ҡуйһаң, әлбиттә, күпкә яҡшыраҡ.
5 июндән 15-енә тиклем “Башҡортостан”ға яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргән ғаиләләрҙең тәүге етәүһен бүләктәр көтә.
Ҡалған уҡыусыларыбыҙҙы ла мәхрүм итергә йыйынмайбыҙ — улар, һәр йылдағыса, дини календарға эйә буласаҡ.
Хөрмәтле туғандар! Ун көнлөктә ҡатнашырға ашығығыҙ, бүләгебеҙ, бәлки, тап һеҙгә яҙғандыр.