Матбуғатҡа яҙылайыҡ – милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!07.06.2013
Халыҡ өсөн тәғәйенләнгән матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе – һуңғы тиҫтә йылда зыялыларыбыҙҙы иң тәрән уйландырған мәсьәләләрҙең береһе. Үҙгәртеп ҡороу, баҙар иҡтисадына күсеү осоронда әкренләп башланған һәм әле үҙен айырыуса ныҡ һиҙҙергән был кире күренеш милли гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең башҡорт баҫмаларына ла ҡағылмай ҡалманы. Хаҡтар артыуына, финанс көрсөгөнә һәм башҡа ҡыйынлыҡтарға һылтанып тормай, күптәр матбуғатҡа тоғролоҡ һаҡлай, редакциялар ҙа үҙ сиратында уҡыусыларына һәйбәт ял сәғәттәре бүләк итергә, яңылыҡтарҙы ваҡытында тулы күләмдә еткерергә, проблемаларҙы өйрәнергә һәм күтәреп сығырға тырыша. Эйе, ихтыяж да, тәҡдим дә бар, тик...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тираж йылдан-йыл күберәк юғалтыу кисерә, сөнки гәзит-журнал уҡыусылар сафында күпселекте матбуғаттың оҙаҡ йылдар дауамында һыналған дуҫтары, йәғни элек-электән яҙылып, һәр һанын уҡып барғандар тәшкил итә. Өлкәндәргә алмашҡа килеүселәрҙең әүҙемлеге тойолмай. Һөҙөмтә булараҡ, бөгөн башҡорт телендә нәшер ителгән республика гәзит-журналдарының дөйөм тиражы "Башҡортостан" гәзитенең уҙған быуат аҙағындағы күрһәткесенән дә кәмерәк. Саң һуҡмайынса булмай, сөнки милли баҫмаларҙы яҙмыш ҡосағына ташлау — халыҡҡа ҡаршы енәйәт менән бер ул. Туған тел, мәҙәниәт, мәғариф, матбуғат – үҙ-ара тығыҙ бәйле төшөнсәләр, уларҙың береһе генә бөтһә лә, ҡалғандары күҙ алдында ҡаҡшаясаҡ. Башҡорт матбуғаты – башҡорт ҡурайы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт балы кеүек үк күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡлауға мохтаж ҡиммәтебеҙ.
Ҡәҙерле милләттәштәр! Әйҙәгеҙ, халҡыбыҙҙың рухи именлеге мәнфәғәтендәге мөҡәддәс бурыс итеп тойоп, баҫмаларыбыҙға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһын. Аҙ тиражлы гәзит йә журнал дөйөм милли мәсьәләләр буйынса фекер алышыр, йәмғиәтте уятыр, берләштерер, изге маҡсаттарға әйҙәр майҙан була алмай. Күмәкләшеп тотоноп, журналистиканы уртаҡ мөнбәргә, ысын ҡоралға әйләндергәндә генә бер-беребеҙҙе яҡларға, аҡыл тупларға, көс-ҡеүәтебеҙҙе арттырырға мөмкин.
Башҡортостандан ситтә — төрлө төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙгә башҡортса баҫмаларҙы алдырып уҡыу бөгөнгө шарттарҙа айырыуса ауырға тура килә. Улар төп милли гәзит-журналдарҙан мәхрүм ҡалмаһын ине. Ситтә төпләнгән башҡорттарҙы, почта хеҙмәте менән бәйле ҡатмарлылыҡтар арҡаһында, республиканан яҙҙырып булмай, шуға ла Рәсәй каталогына ингән баҫмаларҙы алдырыуҙы үҙҙәре йәшәгән урында хәстәрләһәләр ине.
Милли матбуғат яҙмышы бөгөн хәл ителә, дуҫтар! Матбуғатҡа яҙылайыҡ – милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!