Илаһи байлыҡ сығанағы07.06.2013
Илаһи байлыҡ сығанағы“Башҡортостан”ымды ҡулға алһам,
Тоям рух байлығы ҡунғанын.
Беләм, шул гәзитте уҡымаһам,
Йәшәү мәғәнәһеҙ булғанын.

Республикабыҙҙың социаль-иҡтисади, ижтимағи үҫешен, халҡыбыҙҙың яҙмышын, йәшәйешен “Башҡортостан”гәзитенән башҡа күҙ алдына килтереп булмайҙыр. Тәүге һанынан башлап халыҡты аслыҡ-яланғаслыҡтан азат итеүгә, республикала наҙанлыҡты бөтөрөүгә төп иғтибарын йүнәлтте ул. Колхозлаштырыу, сәнәғәтте үҫтереү буйынса мәҡәләләр һәр һанында баҫыла килде, хеҙмәт алдынғылары тормошон сағылдырыуға мөһим урын бирелде.

Хәтеремдә, 1942 йылда “Ҡыҙыл Башҡортостан”да бер туған Нәзифә апайымдың ире Сәхретдин еҙнәй Йомалин тураһында ҙур мәҡәлә донъя күргәйне. Ауыл халҡы еҙнәйҙең дошманға ҡаршы батырҙарса һуғышыуы хаҡында фотоһы менән сыҡҡан яҙманы өйҙән-өйгә йөрөтөп уҡыны. Әйткәндәй, ул йәштәр араһында бик абруйлы булды: колхозлаштырыуҙа, йәштәрҙе комсомол сафына йәлеп итеүҙә, улар менән мәҙәни-мәғрифәт эше алып барыуҙа билдәле кеше ине. Үкенескә ҡаршы, ошо мәҡәләне уҡығас, күп тә үтмәй, еҙнәйҙең “батырҙарса һәләк булды” тигән “ҡара ҡағыҙы” килеп төштө, беҙҙе ҡайғыға һалды…
Мин бала саҡтан ошо гәзитте яраттым, үҙ иттем. Хатта мәктәпкә уҡырға төшкәнгә тиклем үк избачҡа барып, латин хәрефтәре менән сыҡҡан баҫманы ҡарап ултыра торғайным. Уҡырға ололар ҙа ярҙам итте. Шул ваҡыттан бөгөнгәсә, 75 йыл самаһы, ул минең өсөн иң абруйлы баҫма һанала. Улай ғына ла түгел, “Башҡортостан”һыҙ йәшәү мәғәнәһе юҡ һымаҡ. Мин уның бай тарихлы гәзит, башҡорт халҡының рухи хазинаһы һәм шиңмәҫ мәғлүмәт шишмәһе булыуы менән ғорурланам. Ул бөгөн дә милләттәштәребеҙгә халҡыбыҙҙың йолаларын еткереү, аңлатыу, республикалағы мәғлүмәттәр менән таныштырыу буйынса бурыстарын уңышлы атҡара.
Минеңсә, республиканың өс төп гәзите – “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Кызыл таң” — партия Өлкә комитетының, Хөкүмәттең, Юғары Советтың төп трибунаһы вазифаһын үтәне, ошо эште хәҙер ҙә еренә еткереп башҡара. Шулай булғас, был өс баҫма Президенттың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Хөкүмәттең, район һәм ҡала хакимиәттәренең иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Хәтерләйем, партия заманында ошо өс гәзиттең береһенең генә тиражы кәмеһә, ул ғәҙәттән тыш хәлгә әйләнә торғайны. Партия Өлкә комитетының идеология буйынса секретары Таһир Ахунйәнов, райком йә горкомдың беренсе секретарын саҡыртып, “өшкөрөп” ҡайтара ине, ҡайһы берҙәрен хатта бюрола тикшерҙеләр. Тимәк, “Башҡортостан”дың — 100 мең, “Республика Башкортостан”дың — 150 мең, “Кызыл таң”дың 110 мең дана тираж менән таралыуы юҡтан булмаған. Әйткәндәй, уларҙа донъя күргән тәнҡит мәҡәләләре тикшерелмәй ҡалманы, кисекмәҫтән сара күрелде. Баш мөхәррирҙәре абруйлы шәхестәр булды. Партия Өлкә комитеты пленумы ағзаһы, Юғары Совет депутаты, Хөкүмәт ағзаһы булыу уларҙың да абруйын күтәрҙе, баҫмаларҙың да бәҫен арттырҙы. “Башҡортостан”дағы “Өлгөрбай яҙмалары”, “Хат юлға саҡыра”, “Баҫылған мәҡәлә эҙенән” рубрикалары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Гәзитебеҙҙе халыҡ түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайны.
Дөрөҫ, әле заман икенсерәк. Интернет, электрон мәғлүмәт саралары барлыҡҡа килде, ләкин улар барыбер гәзитте алмаштыра алмай, баҫмалар халыҡ өсөн иң яҡыны булып ҡала. Улар аша кешеләр бер-береһе менән аралаша, түрәләргә фекерҙәрен әйтә, ҡыуаныс-шатлығы, ҡайғы-хәсрәте менән уртаҡлаша. Матбуғат баҫмаһы төп аралашыу майҙаны бурысын үтәй.
2013 – үтә яуаплы йыл. Уға республикабыҙҙың киләсәге, халыҡ яҙмышы бәйле, сөнки дәүләт кимәлендә һайлау үтәсәк. Был йәһәттән республикабыҙҙың төп баҫмаларының яуаплылығы тағы ла арта. “Башҡортостан” да һәр кандидаттың булмышы, эше, һәләте тураһында һайлаусыларға дөрөҫ мәғлүмәт еткереп торасаҡ. Юғары власть органдарына теләһә кемдең үтеп китеүенә юл ҡуймаҫҡа тырышасаҡ был гәзит. Шуға күрә уға яҙылыуҙы хакимиәт башлыҡтары үҙ өҫтөнә етди бурыс итеп алырға тейеш.
Мәҡәләлә һүҙ журналдар тураһында бармай, сөнки уларҙың тиражы, абруйы күберәк баш мөхәррирҙең ойоштороу һәләтенә, уҡыусылары менән аралашыу оҫталығына бәйле. Ҡыҫҡаһы, журналдар үҙ яҙмышын үҙҙәре хәл итә ала. Әгәр тираж кәмей икән, халыҡ был баҫманы ҡабул итмәй тигән һүҙ.
Әле матбуғат өсөн бик ҡыҙыу һәм яуаплы мәл. Һәр баҫма, бигерәк тә гәзиттәр, тиражды арттырыу сараһын күрә. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡала һәм райондарҙа осрашыуҙарҙы хуп күрә. Улар, күмәкләп сығып, урындағы халыҡ менән аралаша, гәзит тураһында бай мәғлүмәт бирә, әҙиптәрҙе, артистарҙы ла йәлеп итә. Әлбиттә, бындай саралар эҙһеҙ ҡалмай, тираж үҫеү яғына бара.
Шуны оноторға ярамай: “Башҡортостан” ил, республика яҙмышындағы иң ауыр йылдарҙа ла туған телдә нәшер ителгән баҫма булды. Беҙ халҡыбыҙ яҙмышы, киләсәгебеҙ өсөн йәнен-тәнен аямаған тәүге ойоштороусылар алдында мәңге рәхмәтле һәм бурыслы булып ҡалабыҙ. Башҡорт халҡына үтә бай мираҫ ҡалдырғандар. Уларға хыянат итмәйек, башҡорттар, үҙ гәзитебеҙҙең бәҫен төшөрмәйек, дәррәү яҙылайыҡ!
Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын гәзиткә яҙҙырыуҙа хәйриә ойошмалары әүҙемлек күрһәтә. Уларҙың исеме менән таныштырыу бик мөһим, сөнки бағыусылар халыҡҡа рух байлығы өҫтәй, кәрәкле мәғлүмәттәр менән танышып барырға ярҙам итә.
Башҡортостан – күп милләтле төбәк, дуҫлыҡ, туғанлыҡ иле. Ҡайһы берәүҙәр ошо дуҫлыҡты күрә алмай, башҡорт менән урыҫты, башҡорт менән татарҙы ҡаршы ҡуйырға маташа. Беҙҙең республикала бындай мәкерле уйҙырмалар тормошҡа ашмаясаҡ. Гәзиттең ошо проблемаларға битараф ҡалмауы һөйөндөрә.


Вернуться назад