Ерҙе, һыуҙы һаҡлайыҡ!06.06.2013
Кисә, Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөндә, “Киләсәк быуын өсөн ерҙе һәм һыуҙы һаҡлайыҡ” тип аталған автоуҙыш башланды. Сараны 11 — 12 июндә Мәскәүҙә үтәсәк Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының ойоштороу съезына арнап Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән Йәмәғәт палатаһы ойошторҙо.
Был көндә тәбиғәт дуҫтары Ҡырмыҫҡалы, Архангел һәм Белорет райондарында шишмә, күл, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Сараны ойоштороусыларҙың береһе Рәшиҙә Солтанова: “Тирә-яҡ мөхитте ҡурсалау — беҙҙең изге бурыс, был эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш”, – тине.
Йәмәғәт ойошмалары, медицина, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә изге сараны хупланы. Улар араһында танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре Флүрә Килдейәрова, Рәйлә Аҙнаҡаева һәм башҡа шәхестәр ҙә бар.
Шишмәләрҙе төҙөкләндереүҙә ауыл Советтары, мәктәп уҡыусылары һәм ирекмәндәр ярҙам иткән. Тәбиғәт дуҫтары көҙгә тиклем республиканың барлыҡ төбәктәрен урап сығырға ниәтләй.