“Гәзиткә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ”, — тип ҡаршыланы беҙҙе Баймаҡ районының Мерәҫ тулы булмаған мәктәп директоры Мансур Алтынбаев.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлеге уҡыу йылынан ул туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелгән. Бер ни тиклем үҙгәрештәр булыуға ҡарамаҫтан, коллектив дәртен һүрелтмәгән. Балаларға төплө белем менән бер рәттән, уларҙың һаулығын нығытыуға, хеҙмәт тәрбиәһе биреүгә айырым иғтибар бүленә. Мәктәп баҡсаһындағы шау сәскәгә төрөнгән алма, сейә ағастары, ҡарағат, крыжовник ҡыуаҡтары, йәшелсә түтәлдәре — йылдар дауамында тир түккән хеҙмәт һөҙөмтәһе. Теплицалағы ҡыярҙар бер нисә япраҡ ебәрергә өлгөргән дә инде.
— Ҡышҡылыҡҡа етерлек йәшелсә-емеште үҙебеҙ үҫтерәбеҙ, — ти Мансур Рамаҙан улы. — Алма-сейәләрҙе туңдырғыста һаҡлап, компот ҡайнатабыҙ, ҡайнатма әҙерләйбеҙ. Көҙгө йәрминкәлә уҡыусылар, йәшелсә-емеш һатып, бер аҙ аҡса туплай ала.
Һәр береһе йәйге каникулда бер аҙна мәктәп яны участкаһындағы түтәлдәргә һыу һибә, ҡый үләндәрен утай. Шулай уҡ йәйге хеҙмәт лагеры ла булдырылған.
Мерәҫ уҡыусылары район һәм республикала үткән олимпиадаларҙа призлы урындарҙы яулай. Мәҫәлән, Юлай Заманов — республикала тарих фәне, Гөлиә Шәрипова башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса еңгән. Ильяс Дауытбаев районда ике йыл рәттән “Урал батыр” конкурсында I урын яулаған, былтыр республика күләмендәге бәйгелә беренселеккә сыҡҡан. Гөлдәниә Үзбәкованың эҙләнеүҙәре төбәк фәнни-ғәмәли конференцияһында икенсе урын менән баһаланған.
Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын берҙәм һәм татыу коллектив матбуғат баҫмаларына дәррәү яҙыла. Һәр уҡытыусының өҫтәлендә — “Башҡортостан” гәзите һәм “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы. Улар өсөн был күренеш матур ғәҙәткә әүерелгән.