Донъя беҙгә ҡарай06.06.2013
Республикала “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2013” тигән халыҡ-ара акция һәм “Беҙ — һинең балаларың, Ер!” исемле фотофестиваль үтә.

Был саралар донъя халыҡтарын Башҡортостандың тормошо, тәбиғәте менән таныштырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Бер аҙна буйына барасаҡ фотофестивалдә ШОС һәм БРИКС ойошмаларына ҡараған илдәрҙең, шулай уҡ Төркиә менән Италияның фоторәссамдары ҡатнаша. Улар 5 – 12 июндә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә булып, тыуған төйәгебеҙ хаҡындағы тәьҫораттары менән матбуғат биттәре аша уртаҡлаша, фотокүргәҙмәләр ойоштора. Был ижади төркөмдәрҙең юлы, нигеҙҙә, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Стәрлебаш райондары аша үтә.
Ҡунаҡтарҙың эштәре шулай уҡ Башҡортостандың Милли музейында, “Академия” галереяһында ҡуйыласаҡ.


Вернуться назад