Йә тарихи наҙанлыҡ, йә ... аҫтыртын сәйәсәт06.06.2013
Интернет селтәрендә аптыратҡыс бер яңылыҡҡа юлыҡтым. Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан идаралығында коммерцияға ҡарамаған 11 яңы ойошма теркәлгән. Улар араһында “Өфө” футбол клубының “Уфимская Губерния” тип аталған төбәк йәмәғәт ойошмаһы фанаттар футбол клубы ла бар.

Бына һиңә мә! Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Бындай исем ҡушыуҙы үҙемде һәм башҡорт халҡын мыҫҡыллау тип ҡабул иттем. Был нимә: кемдеңдер ахмаҡ шаяртыуымы, милләтселек сағылышымы, әллә аҫтыртын сәйәсәтме?
Һәр хәлдә, минеңсә, һуңғы йылдарҙа тынмаған низағ дауам итә. Кемдәрҙер Башҡортостан Республикаһын танымайынса, уны һаман да Өфө губернаһына әйләндермәксе булып маташа бит. Был хәбәр инде нисәнсе йыл тынмай. Фанаттар клубын булдырыусыларҙың башында ла бер ҙә йүнле уй булмағандыр, тип иҫәпләйем.
Тарихты, төбәгебеҙҙең үткәнен төплө белмәгән кешеләр генә ошондай аҙымға бара алалыр. Йә булмаһа, халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырырға, низағ сығарырға теләйҙәрме? Ни өсөн быға юл ҡуйылды икән? Аңлашылмай. Нисек кенә булмаһын, Башҡортостанда ундай исемле клуб булырға тейеш түгел!


Вернуться назад