Конкурс иғлан ителде06.06.2013
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ юлдар” проектына ярашлы партияның төбәк бүлексәһе Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы менән берлектә “Халыҡ күҙлегенән” конкурсын иғлан итте. Уның төп маҡсаты — юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә, юл ҡағиҙәләренә иғтибарҙы арттырыу, юлдарҙа балалар имгәнеүен иҫкәртеү.

“Халыҡ күҙлегенән” бәйгеһендә бәлиғ булған һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн [email protected] электрон адресына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары теркәлгән фото йәки видеояҙма ебәрергә кәрәк. “Халыҡ күҙлегенән” тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ. Шулай уҡ тәртип боҙоу ваҡытын, урынын, бәйләнеш өсөн телефон һандарын, мәғлүмәттең авторын күрһәтергә кәрәк. Материалдар “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең рәсми сайтындағы “Хәүефһеҙ юлдар” проекты рубрикаһында, партияның “Контактта”ғы рәсми төркөмөндә урынлаштырыласаҡ, ЮХХДИ идаралығына ла ебәреләсәк.
Конкурс 30 декабргә тиклем дауам итә. Партияның социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә тауыш биреү йомғаҡтары буйынса ай һайын еңеүселәргә 3 мең һум күләмендә дәртләндереү бүләге тапшырыла. 30 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә бәйгенең лауреаттары билдәләнәсәк.
“Халыҡ күҙлегенән” конкурсында еңеүселәргә “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһе һәм ЮХХДИ идаралығы исеменән ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Бәйге тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте түбәндәге телефондар аша алырға мөмкин: (347) 226-78-30, 273-15-53.


Вернуться назад