Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районы06.06.2013
“Һабантуйға килегеҙ, ҡайтырһығыҙ таң ҡалып”

Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районыРим Һатыбал улы СЫҢҒЫҘОВ, район хакимиәте башлығы:
— Йылдағыса, районыбыҙҙа 8 июндә һабантуй уҙғарыла. Әбйәлилдәр өсөн ул ябай байрам түгел, башҡаларҙан күпкә айырыла. Милли рухта үтеүе, халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен төплө сағылдырыуы, халыҡ кәсептәре һәм ҡул эштәре күргәҙмәләренең күп булыуы, кешеләренең йырға-моңға, бейеүгә маһирлығы һәм ҡунаҡсыллығы менән киң билдәле ул беҙҙең һабантуй.
Әбйәлилдәр быйыл да ҡунаҡтарҙы юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға йыйына. Һәр ауыл биләмәһе тирмәһендә халҡыбыҙҙың тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге сағылдырыласаҡ, юғары күрһәткестәргә лайыҡ хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнәсәк. Елдәй елер арғымаҡтар сабышы, бил бирмәҫ батырҙар көрәше, моғайын, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Иң мөһиме — һабантуйға килеүселәр халыҡ таланттарының концертын ҡарау бәхетенә өлгәшәсәк. Хөрмәтле яҡташтар, ҡәҙерле ҡунаҡтар! Барығыҙҙы ла саҡырабыҙ — килегеҙ, күрегеҙ!

Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районыЙәйләүҙәр йәнләнә

Бөгөн элекке кеүек иртә яҙҙан йәйләүгә сығып, ҡара көҙгә тиклем ҡырҙа ҡуна ятып эшләүсе һауынсы һәм малсыларҙы осратыуы ҡыйын. Әммә улар һәр районда тиерлек бер-икәү булһа ла осрай. “Ишҡол” ауыл хужалығы кооперативында был алым әле лә уңышлы файҙаланыла. Шуға ҡырҙа тормош дауам итә: йәйләүҙәге йорттарҙан балалар тауышы ишетелә, ҡош-ҡорт йөрөй. Һауынсылар ҙа, малсылар ҙа үҙ эшенән ҡәнәғәт. Күптәре йәйләүгә ғаиләләре менән күсеп килгән.

Тәбиғәттең матур ҡосағындағы йәйләүгә аяҡ баҫҡас та, беҙҙе хужалыҡ бригадиры Ғаян Мулләхмәтов ҡаршыланы:
— Әйҙәгеҙ, беҙҙең ял йортона рәхим итегеҙ! — тип шаяртып та алды. — Саф һауа, иҫ киткес хозурлыҡ, күктәргә ашҡан тауҙар теҙмәһе. Ысынлап та, ни яғы менән Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районыял йорттарынан кәм?! Етмәһә, яңы һауылған һөттө лә өҫтәгәндә!
Ғаян Санъяр улының көр кәйефенән йәйләүҙә эштәрҙең көйлө барыуын аңларға мөмкин. Етмәһә, һауынсыларҙың киске һауын мәленә тап килдек. Тамаҡтары туҡ һәүкәштәр, бер-бер артлы теҙелеп, һауынсы апайҙарҙың тилбер бармаҡтары елендәренә һауыу аппараттарын кейҙереү менән, көн буйы йыйылған аҡтарын бирә лә башлай. Һөт күләме көндән-көн арта, ҡуйылығы ла ҡыуандыра. Һыйырҙың һөтө телендә, тигәндәй, быйыл үлән дә яҡшы, өҫтәмә туҡландырыу ҙа үҙ һөҙөмтәһен бирә. Көтөүселәрҙең малды төнгөлөккә яланға алып сығыуы ла үҙ ролен уйнамай ҡалмай.
Әле хужалыҡта 234 һауын һыйыры иҫәпләнә, 166 тана бар. Барлығы биш һауынсы эшләй, улар көнөнә 40-тан ашыу һыйыр һауа. Бер-бер артлы яңы һауылған күбекләнгән һөт менән күҙ асып йомған арала тулған биҙрәләрҙе малсылар тиҙ арала бидондарға бушатып та ҡуя. Эш күп булыуға ҡарамаҫтан, һауынсылар ҡәнәғәт. Йәйләүгә килгәндә көндәлек һауым алты килограмм булһа, әле был күрһәткес 10-ға еткән. Көнөнә 2 тоннанан ашыу һөт етештерелә. Шуның бер аҙы быҙауҙарға ҡалдырыла, ҡалғаны Асҡар һөт заводына оҙатыла. Бөгөн уның бер литрын 11 һум 70 тин менән тапшыралар. Етештерелгән һөттөң 25 проценты эш хаҡы күләмендә түләнелә. Шулай уҡ улар өсөн төрлө дәртләндереү саралары булдырылған. Коллективта эшләүсе иң тәжрибәле һауынсыларҙың береһе, 30 йылдан ашыу һыйыр һауған Көнһылыу Ғүмәрова быйыл һөттөң мул булыуын билдәләй. Ауыл хужалығы тәбиғәт торошона бәйле, әлбиттә. Йәйләүгә быйыл һатып алынған һыуытҡыс ҡорамалының да файҙаһы ҙур, продукция заводҡа беренсе сорт менән тапшырыла. Фатима Фәйзуллина, Нәзилә Мөхәмәҙиевалар йәш таналарҙы өйрәткән. Уларҙың һөтө әлегә аҙ, әммә һәр тана өсөн 65 һум күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралған. Һауынсыларҙан Римма Баязитова, көтөүселәрҙән Рәжәп Мөхәмәҙиев, Нәзир Намаҙбаев, быҙау ҡараусы ирле-ҡатынлы Рәмилә Ғайсина менән Илшат Хәлфетдиновтар — алдынғылар рәтендә.

Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районыМәҙәни нур ҡөҙрәте

Был төбәктә сәнғәтте яратмаған кеше һирәктер. Барыһы ла йырлай ҙа, бейей ҙә. Һәр ауыл клубында, мәктәптәрҙә бейеү түңәрәктәре эшләй, бөтәһе лә бейеү менән “ауырый” тиһәң дә, яңылыш булмаҫ. Район етәксеһенән алып ябай эшсегә тиклем “Байыҡ” район конкурсын көтөп ала. Барлыҡ мәҙәни саралар юғары кимәлдә үтеүе, халыҡтың күпләп
ҡатнашыуы менән хәтерҙә уйылып ҡала.

Мәҙәни нур ҡөҙрәте бала саҡтан һәр кемдең күңеленә һеңдерелә, ул аҡрынлап оло ялҡынға әүерелә. Шунлыҡтан, ҡайҙа ғына булһалар ҙа, бәләкәйҙән мәҙәниәткә һәм сәнғәткә булған һөйөүҙәре уларҙы ташламай, киреһенсә, йылдар дауамында оҙатып бара. Ауылдарҙа бөгөн мәҙәни усаҡтар эшләмәй, клубтар бикле тора тип күпме генә ҡысҡырһаҡ та, барыһы ла урындағы етәксегә, мәҙәниәт бүлегендә эшләүсе хеҙмәткәргә бәйле. Был йәһәттән әбйәлилдәр — күптәргә өлгө. Һүҙҙе район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлшат Зиннәт ҡыҙы Лавреноваға бирәйек.
— Башҡортостан Президентының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә мәҙәни мөхитте байытыу хаҡында һүҙ алып барыуы юҡҡа түгел. Ысынлап та, бөгөн халыҡ, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәр мәҙәни тормошһоҙ йәшәй алмай. Сәнғәт уларға һулар һауа кеүек кәрәк. Шуға күрә бөгөн ауылдарҙағы клубтарҙы бөтөрөү төптө дөрөҫ түгел. Был енәйәткә тиң тип иҫәпләйем. Бар нәмәне лә “юғары”нан шулай ҡушалар тип эшләү — ғәҙелһеҙлек ул. Күп райондарҙа клубтар йәштәрҙең ял урыны, йәғни шәмбе дискотекалары үткәреү өсөн генә тип иҫәпләнә. Беҙҙә йәше-ҡарты берҙәй клубҡа йөрөй. Ауылдарҙа ветерандар араһында төрлө конкурстар, һәр клубта бейеү һәм йыр бәйгеләре, драма түңәрәктәре араһында ярыштар үткәрелә. Иң-иңдәрен район мәҙәниәт йортонда үткән гала-концертҡа саҡырабыҙ. Күп урындарҙа клуб ишектәренә йоҙаҡ эленһә, беҙҙә, киреһенсә, яңы клубтар үҙ ишеген аса, бәғзеләренә капиталь ремонт үткәрелә, заманса реконструкция эштәре башҡарыла. Йыл һайын бейеүселәребеҙ, “Байыҡ” республика телевизион конкурсында ҡатнашып, гран-при яулай. Балалар араһында ла еңеүселәребеҙ байтаҡ. Район мәктәптәре араһында йыл һайын “Сыңлы үксә” исемле бейеү конкурсы үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән. Бигерәк тә Таһир Кусимов исемендәге гимназияның “Сулпан” бейеү ансамблен, Салауат, Байым, Красная Башкирия, Ташбулат мәктәптәренең, шулай уҡ Асҡарҙың 1-се мәктәбенең “Алтынай” бейеү ансамблдәрен тик яҡшы яҡтан телгә алырға мөмкин. Уларҙың бейеү түңәрәген алып барыусы етәкселәренә ҙур рәхмәт! Беҙҙең бейеүселәргә абруйлы жюри ағзаларының: “Башҡорт бейеүен, әбйәлилдәр генә булдыра алғанса, һәр хәрәкәтен урын-еренә еткереп, тыпырҙауҙан туҡтамай, күҙҙәренән осҡон сәсеп, бөтә ҡиәфәте менән үҙенә һоҡланыу уятып бейей алыуҙары менән ғәжәпләндерә”, — тигән һүҙҙәре үк бейеүселәребеҙгә оло баһа түгелме ни?!
Шуныһы һөйөнөслө: һәр клубта тиерлек фольклор ансамблдәре эшләп килә. Мәҫәлән, Амангилде ауылының “Сәсмәүер” халыҡ ансамбле (етәксеһе — Зифа Ҡужәхмәтова) районда ғына түгел, хатта республикала ла киң билдәле.
Мәҙәниәт бүлегендә үҙ эшенең фанаттары ғына эшләй ала, сөнки унда хеҙмәт хаҡының түбән булыуы бер кемгә лә сер түгел. Концерттар ҡуйып, ауыл, райондар буйлап йөрөгәндә лә, уларға командировка хаҡы түләнмәй. Бөгөн клубтарға заман талаптарына яуап бирерлек музыка һәм тауыш аппараттары етешмәй. Уйын ҡоралдары күптән иҫкереп бөттө, яңыларын һатып алырға дәүләт тарафынан аҡса бүленмәй. Район хакимиәте башлығы Рим Һатыбал улы Сыңғыҙовтың мәҙәниәткә хәстәрлекле ҡарашы һөҙөмтәһендә күп проблемалар ыңғай хәл ителә. Мәҫәлән, тап уның тырышлығы менән бейеү өсөн махсус сәхнә кейемдәре, мәктәптәргә милли костюмдар тектерелде. Хакимиәт бүлгән транспорт ярҙамында талантлы балаларыбыҙ төрлө конкурста ҡатнашыу бәхетенә өлгәшә һәм призлы урындар яулай.

Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районыБер минут та буш тормайҙар

Ауыл ерендә төпләнеп, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтергән йәш ғаиләләрҙең артыуы һөйөнөслө.

Ауылда эш юҡ тип тормай улар: гөрләтеп донъя көтә, мал-тыуар аҫрай, үҙ эшен аса. Шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе — Ләлә менән Ансар Әхмәҙиевтәр. Улар район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан Рәхмәт ауылында йәшәй. Бөрйән районының Яңы Монасип ауылынан килен булып төшкән Ләлә Батыр ҡыҙы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, әле өсөнсө улы менән декрет ялында. Тормош иптәше Ансар Вәзир улы 1995–1997 йылдарҙа Чечняла хеҙмәт итеп ҡайтҡан.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, бар эшкә оҫта кешегә ауылда йәшәү ҡыйын түгел. Шығырлап торған ҡарағайҙан бынамын тигән йорт һалған, ҡураһы тулы мал, ҡош-ҡорт. Ауылдың йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашыуы ла файҙаға ғына. Йәй буйы урмандан емеш-еләген, бәшмәген йыйып һатырға мөмкин. Әхмәҙиевтәр бер йәйҙә генә ярайһы аҡса эшләп ҡала. Етмәһә, яңы машина ла алып ебәргәндәр. Быйыл йыл уңышлы килһә, тағы ла сауҙа эшенә ныҡлап тотонорға теләктәре ҙур. Баһадирҙай өс ул үҫтергән, хан һарайындай йорт төҙөгән, өй алдын шау сәскәгә күмгән, бер минут та буш тормаған, юҡты бар иткән был йәштәргә ҡарап нисек һоҡланмайһың да уларҙың бәхетле булыуына нисек ҡыуанмайһың?!

Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районыҠашмау эшләү оҫтаһы

Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли кейеменә һәм биҙәү үҙенсәлектәренә ҡарата иғтибар арта. Хәҙер уларҙы сәхнәләрҙә генә түгел, көндәлек тормошта ла осратырға мөмкин. Әбйәлилдә йәшәгән оло йәштәге инәй-апайҙарҙың һәр береһендә тиерлек милли кейем бар.

Район халҡының сәнғәткә оҫталығын иҫәпкә алғанда, был күренеш ғәҙәти хәл кеүек тә ҡабул ителә. Әммә милли кейемдәргә биҙәк булараҡ ҡашмау менән һаҡалдарҙы ла өҫтәгәндә, әбйәлилдәрҙең, ысынлап та, халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап тотоуы һоҡландырмай ҡалмай.
Оҫта ҡуллы инәйҙәр, быуындар күсәгилешлеген һаҡлап, үҙҙәренә генә түгел, хатта ҡыҙҙарына, килендәренә, ейәнсәрҙәренә һәм бүләсәләренә тиклем милли кейем тектереп, һаҡал, ҡашмауҙар әҙерләп ҡуя. Шуныһы ҡыуаныслы: оҫталарҙы ситтән эҙләргә түгел, үҙ араларында. Шундай һөнәрмән ағинәйҙәрҙең береһе Асҡар ауылында йәшәй. 82 йәшлек Сәхипьямал Оморҙаҡ ҡыҙы Усманова хаҡлы ялға сығыу менән ҡашмау яһау шөғөлөн үҙ иткән. Уның тилбер ҡулдары аша үткән әллә күпме ҡашмау бөгөн республиканың байтаҡ сәхнәһендә хеҙмәт итә. Райондың “Йәшлек” бейеү ансамбле лә Сәхипьямал инәйҙең ҡашмау-һаҡалдарын ҡуллана. Алғы яғы мәрйен һәм тәңкәләр, аҫыл таштар менән биҙәлгән был баш кейемен эшләү еңелдән түгел. Бер ҡашмауҙы тегеүгә генә лә ике йыл самаһы ваҡыт китә. Тәүҙә ҡашмау өсөн йомшаҡ туҡыма алына, ул кәрәкле үлсәүгә һалынып тегелә. Артабан уға ниндәйҙер милли биҙәк һалына. Сәхипьямал инәй үҙенең ҡашмауҙарына ҡусҡар биҙәген һайлаған. Мәрйендәр урынына хәҙерге оҫталар магазин кәштәләрендә һатылған төрлө сәйләндәрҙе (бисер) ҡуллана. Хатта әйләнештән сыҡҡан тәңкәләрҙе махсус рәүештә һатыусылар бар икән. Кәрәкле деталдәрҙе туплағандан һуң ғына Сәхипьямал Усманова ҡашмау яһарға ултыра.
— Бигерәк тә ҡышҡы миҙгелдә яратҡан шөғөлөмә тотоноу уңайлы, — ти әңгәмәсем. — Әле баҡса мәшәҡәте күп, йорт эше лә байтаҡ. Ямғыр мәлендә генә ҡулға алынмаһа, әлегә форсат юҡ.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Сәхипьямал Оморҙаҡ ҡыҙы һис тә йәштәргә биргеһеҙ. Районда ойошторолған төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, Магнитогорск, Өфө ҡалаларынан саҡырыу алһа, алыҫ тип тормай, юлға сыға. Йыл һайын район һабантуйының иң сағыу биҙәге тип уның ҡашмау һәм һаҡалдары, төрлө биҙәүестәре билдәләнә, һатып алыусылары ла табыла! Хатта махсус заказ биреп, үҙҙәренә оҡшаған биҙәк һалып, төрлө үлсәмлене эшләтергә теләүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуы был шөғөлдөң кәрәклеге хаҡында һөйләй.
Оҫтанан бер һаҡалды эшләү өсөн күпме ваҡыт кәрәклеге хаҡында һорашам. Ҡашмауға ҡарағанда, һаҡалды эшләү күпкә еңелерәк, ти Сәхипьямал инәй. Шуға күрә өс ай тирәһендә эште тамамлап ҡуйырға мөмкин. Әгәр бөгөн бер ҡашмау 7 мең һумға тәҡдим ителһә, һаҡал — 4 мең һум самаһы. Хаҡы үлсәменә һәм биҙәүестәргә ҡарап билдәләнә.
Күптән түгел үҙенең 82 йәшен билдәләгән Сәхипьямал инәйгә ҡарап һис тә үҙ йәшен бирерлек түгел. Әле булһа егәрле инәй төрлө йәшелсә, сәскә үҫтерә. Баҡсаһындағы бөтә ағастарҙы ла үҙ ҡулы менән ултыртҡан, теплицаһындағы ҡыярҙары күптән сәскә атып, уңыш бирергә йомарланған. Помидорҙары менән дә шул уҡ хәл. Һатыу өсөн махсус парникта йәшелсә үҫентеләре сәселгән. Ҡыҙыл йылғаһында ҡолас ташлап йөҙөп үҫкән инәй ҡыш буйы Асҡарҙағы бассейнға йөрөй. Сәләмәт тормош алып барыусы, кешеләргә матурлыҡ бүләк итеүсе ағинәй үҙе лә матур, ҡылған ғәмәлдәре лә күркәм.

Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районы“Йүгерек” батыр Илсур

Бөгөнгө йәш быуындың спортты үҙ итеп, сәләмәт тормош яҡлы булып үҫеүе һоҡландыра. Спортҡа булған ҡыҙыҡһыныуҙары физкультура дәресендә генә түгел, көндәлек тормошта ла сағыла. Рәхмәт ауылынан Илсур Ғәлимовты районда “йүгерек” батырҙарҙың береһе булараҡ беләләр. “Ярышҡа Ғәлимов килгәс, беренселек беҙгә эләкмәй” тигән лаҡап та йөрөй егеттәр араһында. Тимәк, хаҡлы рәүештә беренселекте яулай егет!

Илсур йүгереү менән үҙаллы шөғөлләнә башлай. Мәктәптә ойошторолған баскетбол түңәрәгенә йөрөй. Еңел атлетика ярыштарында еңеүселәр рәтендә була, район күләмендә лә призлы урындар яулай.
Күптән түгел Илсур Ғәлимов ауылдашы, Өфө ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, фән докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинованың шәхси стипендияһына лайыҡ була. Ғалимә тыуған ауылы мәктәбендә йылына ике тапҡыр юғары һәм бәләкәй кластар өсөн үҙ стипендияһын тапшыра. Яҡшы уҡығаны, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны, спортта юғары күрһәткестәргә лайыҡ булғаны өсөн юғары стипендия Илсур Ғәлимовҡа тапшырыла.
Илсур киләсәктә республика ярыштарында ҡатнашырға, тағы ла оҙонораҡ дистанцияларға йүгерергә хыяллана. Бөгөн ул районда 3 километр алыҫлыҡҡа иң шәп йүгереүселәр иҫәбендә.

Таҡмаҡтар

Эшкә бөтмөр, телгә үткер
Әбйәлилдәге халыҡ.
Һабантуйға килегеҙ,
Ҡайтырһығыҙ таң ҡалып.
Артистарың ары торһон
Әбйәлилдәр бар саҡта.
Йыраусы ла бейеүсе гел
Һәр бере беҙҙең яҡта.
Шаулап тора, гөрләп тора
Ҡыҙыл, Ҡырҡты буйҙары.
Ҡотло булһын, матур уҙһын
Яҙғы һабан туйҙары.
Әбйәлилдә йәшәп ята
Күбәләктәр, тамъяндар.
Үткән тарихтарҙы һөйләй
Ташбулатта ҡурғандар.
Яҡтыкүлдә шифахана –
Даны илгә таралған.
Шундай матур ерҙә тыуыу –
Бәхет, уйлап ҡараһаң.
Үҙҙәренә ҡот алғандар
Һомай, Урал батырҙан.
Дәүләтов һәм Кусимовтар
Немец яуын баҫтырған.
Әбйәлил – ул артист, ғалим
Бейеш батыр төйәге.
Халҡыбыҙҙың ғорурлығы –
Өмөтбайҙар төбәге.
Айһылыуҙың яҙғандарын
Уҡый кескәй, олоһо.
Әхмәт, Йомор һүрәтендә
Сағыла күңел йылыһы.
Сәсән Ишмөхәмәт юлын
Дауам итеүселәр бар:
Әсхәл, Зөһрә, Рәмил, Гөлшат,
Хәнифәләр бит улар.
Һуғыш, хеҙмәт геройҙары
Ибраһимов, Ғайсиндар.
Күңелдәргә нур һибеүсе
Йондоҙ булып ҡалһындар.
Иншар, Садиҡ йырлағанда
Иларһың күңелең тулып.
Сәхнәлә бейей Гөлиә
Хас та әсәһе булып.
Үҙ кешебеҙ, ти, итальян,
Вахит ебәрһә йырлап.
Ғорурлана әбйәлилдәр
Радик, Хәсәнде тыңлап.
Халыҡ таланттары менән
Данлыҡлы ер – Әбйәлил.
Шундай гүзәл заттар барҙа
Мәңге һүнмәҫ Әбйәлил!
Рәмилә ИБРАҺИМОВА.

Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районыБоронғо кәсеп отошло

Асҡар ауылындағы күмер етештереү цехында әле 15 кеше эшләй. Өс сменала көнөнә 200 тонна күмер етештерелә. “Әбйәлилурман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡараған был ойошмаға Радмир Әхмәтйәнов етәкселек итә.

Уның әйтеүенсә, күмер етештереү ихтыяжы диләнкәләргә бүленгән урмандың ҡайын ағасына йылдан-йыл һорауҙың кәмеүе арҡаһында килеп сыға, сөнки халыҡ араһында ҡайын таҡтаһын алыусы юҡ, ә диләнкәне таҙартып тапшырыу мотлаҡ. Әммә эшҡыуар халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен тергеҙеп яңылышмай, киреһенсә, ота ғына. Тиҙ арала Асҡар ауылының бер яҡ ситендә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигоны эргәһендә, цех төҙөлә, кәрәкле ҡоролмалар урынлаштырыла. Шулай уҡ “Горыныч-40” исемле күмер яндырыусы мейес һәм утын ярыусы махсус ҡорамал һатып ала. Киләһе йылда тағы ла бер мейес ҡуйыу планлаштырыла. Юғары сифатлы ҡайын күмерен һатып алырға теләүселәр көндән-көн арта. Етештерелгән тауар Магнитогорск, Свердловск, Орск, Ырымбур һәм Силәбе ҡалаларындағы Иғтибар үҙәгендә – Әбйәлил районышәхси эшҡыуарҙарҙың предприятиеларына оҙатыла. Махсус тоҡтарға тултырылған күмерҙең ауырлығы — 150–180 килограмм. Магазин кәштәләренә һалыу өсөн шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәре махсус тоҡтарға бушатып ала. Етештереү күләме артыу сәбәпле, цех директоры артабан билдәле бер завод менән килешеү төҙөргә ниәтләй. Предприятиеның Мәйгәште ауылында пилорамаһы эшләй. Урманда ағас йығыуға алты кеше йәлеп ителгән.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ кешегә эш урыны булдырған һәм, иң мөһиме, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән күмер етештереүсе предприятиеның киләсәккә пландары ҙур. Тиҙ арала үҙҙәренә тәғәйен биләмәне кәртәләп, унда офис, эшселәр өсөн ашхана, йыуыныу бүлмәһе, күмерҙе һаҡлау өсөн махсус бина һәм фасовкалау цехы төҙөү ҡаралған. Цех эшмәкәрлегенең тәүге көндәренән үк эш башлаған Радик Ғибәҙәтов, Алмас Баймөхәмәтов, оператор Альфред Абдразаҡов һәм водитель Йәүҙәт Ғәббәсовтарҙың тырыш хеҙмәте — башҡаларға өлгө. Әле сифатлы ҡайын күмеренә ихтыяж ҙур. Күптәр тәбиғәт ҡосағына ял итергә барғанда, цехҡа килеп, әҙер күмерҙе һатып та ала. Нисек кенә булмаһын, халыҡта ҡайын күмере һорау менән файҙалана.

.


Вернуться назад