Тәбиғәтте һаҡлау юлдарын балалар өйрәтә06.06.2013
Тәбиғәтте һаҡлау юлдарын балалар өйрәтәБалаларҙың һәләтен үҫтереүгә Хәйбулла районында ҙур иғтибар бирелә. Йыл һайын бында “Йыл уҡыусыһы” бәйгеһе үтә. Быйыл мәртәбәле конкурста райондың 14 мәктәбенән 29 уҡыусы ҡатнашып, етәүһе финалға сыҡты.

Сара республикала иғлан ителгән Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналды. Шуға ла уҡыусылар “Райондың экологик проблемалары һәм уларҙы хәл итеү юлдары” исемле проекттарын яҡланы. Уларҙың төплө сығыштары бөгөнгө уҡыусының яҡшы белем алыуын ғына түгел, ә фән һәм ғилми эштәр менән ҡыҙыҡһыныуын да күрһәтте.
Төрлө һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, “Йыл уҡыусыһы-2013” конкурсы еңеүсеһе булып Сиҙәм мәктәбенән Вилдан Иҫәнгилдин танылды. Тырыш егет “Мәғариф. Ғилем. Карьера-2013” республика белем биреү форумында ла ҡатнашырға өлгөргән. Конкурсанттарҙы район хакимиәте башлығы исеменән уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина ҡотланы, еңеүсегә нетбук, финалға сығыусыларҙың барыһына ла электрон китаптар бүләк итте. Конкурс финалистарының ата-әсәләренә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Шулай уҡ тантанала мәғариф бүлеге начальнигы Юлай Сиражетдинов район, республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө бәйге, олимпиада һәм ярыштарҙа еңеүсе уҡыусыларға балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр матбуғатына бушлай яҙылыу сертификаты тапшырҙы.


Вернуться назад