Хәйбуллала “Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһында бығаса Сәғит, Байғусҡар мәктәптәре ҡатнашһа, был юлы Аҡъярҙың 110-сы һөнәрселек училищеһы коллективы ла ҡушылды.
Был уҡыу йортон күрше төбәктәрҙә лә беләләр. Училищела 286 уҡыусы белем ала. Заманса йыһазландырылған уҡыу, лаборатор кабинеттары, оҫтахана, китапхана, автомобилдәрҙә һәм тракторҙа йөрөп өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән махсус майҙансыҡтар, бал ҡорто үрсетеү үҙәге, практика үтеү өсөн сәсеү майҙандары студенттарға бар яҡлап та шөғөлләнергә мөмкинлектәр аса. Директор Хәлил Ибраһимов белдереүенсә, бында белем алған йәштәр тормошта үҙ урынын тиҙ таба, бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмай.
Белем биреү менән бер рәттән, уҡыусыларҙа милли рухты үҫтереү, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, халҡыбыҙҙың үткәненә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡарата ғорурлыҡ хисе уятыу буйынса байтаҡ эш башҡарыла. Ятаҡта йәшәүселәр өсөн күпләп милли матбуғатты алдырыу, таратыу кеүек эштәр күптән яйға һалынған. Һәр уҡытыусы алты-ете дана гәзит-журнал алдыра.