11 алтын һәм бер көмөш миҙал05.06.2013
Сочиҙа үткән “Шифахана-2013” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан шифаханалары 11 алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы.

“Красноусол”ға дүрт алтын миҙал тапшырылды. Ул “Иң яҡшы бальнеошифахана”, “Иң яҡшы SРА-технологиялар”, “Тәбиғи дауалау факторҙарын файҙаланыу буйынса иң яҡшы шифахана” һәм “Иң яҡшы үҙешмәкәр ижад коллективы” кеүек номинацияларҙа юғары наградаларға, шулай уҡ ижади конкурс дипломына лайыҡ булды.
“Асы” ла, “Иң яҡшы шифахана” исемен яулап, алтын миҙал менән бүләкләнде. “Яҡтыкүл” шифаханаһы “Шифалы ләмде дауалау-профилактика йәһәтенән ҡулланыуҙың иң яҡшы технологиялары”, “Иң яҡшы климат терапияһы һәм климат профилактикаһы технологиялары” номинацияларында еңеүгә өлгәште. “Танып” “Иң яҡшы бальнеошифахана”, “Традицион медицинаның иң яҡшы технологиялары”, “Иң яҡшы физкультура-һауыҡтырыу комплексы” номинацияларында алтын миҙалдар яуланы. Теге йәки был награданы тапшырыр алдынан жюри шифаханаларҙың эшмәкәрлеген һәр йәһәттән ентекле тикшерҙе.
Р. ИБРАҺИМОВ.


Вернуться назад