Ярҙам ҡулы һуҙылды05.06.2013
Вьетнамдың Нячанг ҡалаһында туристик юллама буйынса ял иткән сағында юл-транспорт фажиғәһенә тарып, күп һанлы йәрәхәттәр алған Лариса Хисмәтуллинаның туғандары ярҙам һорап Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт иткәйне.
Салауат ҡалаһында йәшәгән 30 йәшлек Лариса Рим ҡыҙы ныҡ имгәнгән. Янында булған әхирәте әйтеүенсә, ҡатынды иҫерек водитель төкөткән.
27 майҙа бәләгә тарыған ҡатынды Рәсәй МЧС-ы самолеты Мәскәүгә алып килә. Рөстәм Зәки улы ҡушыуы буйынса бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан уға 600 мең һумлыҡ мәрхәмәтлек ярҙамы күрһәтелгән.
Бөгөн Лариса Хисмәтуллина илдең баш ҡалаһында Тергеҙеү медицинаһының дауалау-реабилитациялау үҙәгендә тейешле дауа ала. Уның ире Мәскәүҙә, ә алты йәшлек ҡыҙы – Салауатта өләсәһе менән олатаһы ҡарамағында.