Аҡҡоштар оя ҡорҙо05.06.2013
Мин Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәйем. Халҡы 12 меңдән ашыу булған ерҙә, әлбиттә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауы ҡыйыныраҡ. Ауылыбыҙ Базы, Иштирәк һәм Әсе йылғалары менән уратып алынған. Ата-бабаларыбыҙ һәр ваҡытта ла йылға буйын төйәк иткән. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең йылға-күлдәрҙә аҡҡоштар ҙа оялай башланы, тимәк, йылғалар таҙарған.

Беҙҙең баҡса ике йылға ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Сылтырап ҡына ағып яталар. Балығы ла бар. Ләкин тирә-яғы бик бысраҡ, сүп-сар менән тулған.
Бер мәл баҡсаға барһаҡ, балан төбөнә ҡыр өйрәге йомортҡа һалған. Эргәһенә яҡын килһәң, фырлап йылғаға төшөп китә. Бәпкәләр йомортҡанан сыҡҡансы оя ҡырына яҡын барманыҡ. Бер аҙ нығыныу менән улар йүгерешеп йылғаға төшөп китте һәм башҡа күренмәне. Тирә-яҡ мөхит таҙа булһа, күңел дә күтәренке. Һандуғастар ҙа моңлораҡ һайрар ине. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ, күҙ ҡараһындай ҡәҙерләйек, тип бөтә йөрәктән ҡысҡырғым килә.


Вернуться назад