Гөл баҡсаһы булып ҡалһа ине05.06.2013
Ғәзиз ерем! Ни тиклем йөрәккә яҡын, ҡәҙерле, изгеһең һин. Бәпкә үләне баҫҡан урамдарың да, ҡышҡы һалҡын бурандарың да, күкрәгеңдән урғылып сыҡҡан шишмәләрең дә, диңгеҙ кеүек тулҡынланып ятҡан иген ҡырҙарың да – барыһы ла ҡәҙерле миңә! Бөтә изге нәмә һинән башлана: йыр ҙа, хеҙмәт тә, мөхәббәт тә. Тәүге тапҡыр ҡояшты, йондоҙҙарҙы һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын һиндә тойҙом. Икмәктең тәмен-ҡәҙерен белергә лә өйрәттең.

Бәләкәйҙән үк матурлығың күңелемә һеңгән, йомартлығың йөрәгемә күскән. Аунап-тәгәрәп уйнаһам, миңә йәшел сиҙәм йәки күҙҙе ҡамаштырырҙай сәскәләргә төрөнгән болон булдың, күккә ҡараһам, төрлө-төрлө һүрәттәргә ингән мамыҡтай ап-аҡ болоттарың менән мауыҡтырҙың, хыялым ҡанаттарында ана шул зәңгәр киңлектәргә күтәрҙең...
Һинең яҙмышың – минең яҙмышым ул. Шатланһаң, мин дә һөйөнәм, һин ыңғырашһаң, йөрәгем әрней.
Эйе, йөрәк әрнеткес афәт, бәлә һағалай шул үҙеңде. Ул – беҙҙең өҫкә ябырылып килгән экология һәләкәте. Был ҡурҡыныс хаҡында беҙ ишетеп кенә түгел, үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, тойоп беләбеҙ.
Ауылыбыҙ хәлен генә алайыҡ. Бынан 20–30 йыл самаһы элек уның тәбиғәте иҫ киткес матур булған. “Ул саҡта мул һыулы Уралыбыҙ, киң йәйелеп, тәпәш кенә ярҙарына һыйыша алмаған үтәнән-үтә күренмәле тулҡындарын үҙенсә бер ғорурлыҡ, тәкәбберлек менән түбәнгә табан ҡыуыр ине. Ярҙарында сихри тамаша: болоттарға ынтылып үҫкән буйсан ҡайындар, елһеҙ көндә лә бөгөлөп-һығылып серҙәр шыбырлашҡан талдар, ботағы һайын тигәндәй һайрар ҡош ояларын аҫып алған төрлө ҡыуаҡтар. Ҡарағат, балан, миләш, муйыл, гөлйемеш йыйып бөткөһөҙ ине. Ә хәҙер...” – тип һөйләй әбей-бабайҙар.
Эйе, өлкән йәштәгеләрҙең был һүҙҙәре беҙгә хәҙер әкиәт кенә кеүек күренә. Шулай булмай, йырҙарҙа маҡталған данлы йылғабыҙ, шул иләмһеҙ ярҙарынан төпкәрәк ҡасырға теләгәндәй, тартылып, бәләкәйләнеп ҡалған һәм һыуҙарын был тирәнән алып китергә теләгәндәй, һүрән генә аға... Һыуҙарында балыҡ та уйнамай бит, исмаһам. Ул ҡартайған, талсыҡҡан, сирле... Әрәмәлектә “концерт” ойоштороусы ҡоштар ҙа юҡ. Хатта сиңерткә лә сырылдамай. Шомло тынлыҡты боҙоп, ара-тирә генә ҡарға ҡарҡылдап ҡуя.
Кем ғәйепле һуң тирә-йүндең аяныс хәлдә ҡалыуына?
Әлбиттә, үҙебеҙ. Ерҙе, күкте, һыуҙы бейек торбаларҙан сыҡҡан ҡара төтөн, заводтарҙан аҡҡан ағыулы ҡалдыҡтар менән генә бысратмайбыҙ, беҙ уларҙы төрлө химикаттар, ҡый менән дә ағыулайбыҙ. Икенсенән, тик план үтәү, кеҫә яғын ҡалынайтыу өсөн генә янған “аҡыллы баш” етәкселәр арҡаһында һыубаҫар болондар һөрөлөп, урынына беҙҙең яҡта бөтөнләй үҫмәгән кукуруз сәселде. Әле һыу ҙа юҡ, үлән дә үҫмәй. Сөнки тупраҡтың өҫкө уңдырышлы ҡатламы һабан менән ҡуҙғатылды, ваҡланды ла яҙғы ташҡындар менән йыуылып, ағып бөттө, ҡом ғына ятып ҡалды. Ауылымдың ике яҡ осонда ла алтын һәм ҡом сығарабыҙ тип ерҙе аҡтаралар. Унда, әлбиттә, бер нәмә лә үҫмәй.
Ә урманды аҙ ҡырҡабыҙмы ни? Урман... Ерем күркәмлеге, “кислород фабрикаһы”, йәшел ҡалҡан... Дөйөм байлығыбыҙ, хаҡһыҙ ялсыбыҙ... Беҙҙең яҡтағы кеүек урмандар Рәсәйҙә бихисап! Шуларҙың балтанан, бысҡынан, бульдозерҙарҙан имгәнгәндәре, һәләкәткә дусар ителгәндәре күпме?!
Урман, тигәс, әлбиттә, минең күҙ алдыма тәүҙә гүзәл ҡайындар килеп баҫа. Үҙебеҙҙең Мышағыр кеүек матур тауҙы, ундағылай һомғол ҡайындарҙы күргәнем юҡ минең!
Ҡайындар! Туй күлдәге кейгән зифа буйлы ҡыҙҙарға оҡшатам һеҙҙе. Ап-аҡ һынығыҙ өҫтөндәге йәшел бөҙрә суҡтарығыҙ һеҙгә айырыуса бер гүзәллек бирә.
Уйсанланып, моңһоуланған һайын
Бағам һәр саҡ һылыу ҡайындарға.
Уралымда улар үҙенә башҡа –
Һөйөү ялҡынынан ҡабынғандар!
Шундай гүзәллеккә нисек итеп балта күтәрергә була икән?! Тәбиғәткә ҡарата вәхшиҙәрсә ҡыланыуыбыҙҙы туҡтатмаһаҡ, бер нисә йылдан эсәр һыуһыҙ, һулар һауаһыҙ тороп ҡалыуыбыҙ көн кеүек асыҡ. Кешенең сирен дә ваҡытында дауаламаһаң, уға ҡарата һалҡын ҡанлы булып ҡалһаҡ, нимә булырын яҡшы беләбеҙ. Тәбиғәт тә хәҙер ошондай хәлдә түгелме ни? Быйылғы йылдың Тәбиғәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителеүенә бик шатмын. Етәкселәребеҙ, депутаттарыбыҙ тарафынан тәбиғәтебеҙҙе экологик һәләкәттән һаҡлап ҡалыу өсөн бихисап эш башҡарылыр. Әле һуң түгел. Афәттән ҡотолорға була. Ә бит беҙ – ерҙеке. Ағас тамыры ғына түгел, беҙҙең йөрәктәр ҙә тыуған ергә, тыуған тупраҡҡа тоташҡан. Тәнебеҙҙәге һәр күҙәнәк тыуған еребеҙҙә үҫкән ризыҡтан көс алған. Ғүмеребеҙ буйы уны матурларға, байытырға, данын, мәртәбәһен арттырырға тейешбеҙ. Йөрәгебеҙ, выжданыбыҙ шуны талап итә. Тыуған ер бер ваҡытта ла шиңмәҫ гөл баҡсаһы булып ҡалырға тейеш.


Вернуться назад