Төп бурысыбыҙ — тәбиғәтте ҡурсалау05.06.2013
Төп бурысыбыҙ — тәбиғәтте ҡурсалау1972 йылдың 5 июленән Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө билдәләнә. Уның маҡсаты — кешеләрҙә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Байрам уңайынан Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Рафаҡ улы ЯХИН менән осраштыҡ. Ул министрлыҡта айырыуса һаҡланған биләмәләр өсөн яуап бирә.

— Сығыштарығыҙҙың береһендә: "Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә биосфера резерваты булдырыу буйынса ҙур эш көтә", – тип әйткәйнегеҙ. Әле был йүнәлештә нимәләр башҡарылған?
— ЮНЕСКО эштәре буйынса республика комиссияһы менән берлектә булдырылған "Башҡорт Уралы" биосфера резерватының майҙаны 345 мең гектар тәшкил итә, ул бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә индерелде.
Айырыуса һаҡланған 187 тәбиғәт ҡомартҡыһын паспортлаштырыу эше тамамланды. Уларҙы теүәлләү менән шөғөлләнәбеҙ. Киләсәктә был биләмәләрҙең һанын бермә-бер арттырыу күҙаллана. Әлеге схема 2004 йылда төҙөлгән, шуға уны яңынан ҡарау, төҙәтеү кәрәк. Ғалимдар өйрәнгәндән һуң айырыуса һаҡланған объекттар иҫәбенә индерергә кәрәк биләмәләрҙең исемлеген тәҡдим итәсәк.
— Илдус Рафаҡ улы, республика майҙанының 7 процентын айырыуса һаҡланған биләмәләр тәшкил итә. Уларҙың эшмәкәрлеген көйләү еңелдән түгел. Һеҙ етәкләгән өлкәлә эш күләме ҙур. Проблемалар ҙа етерлектер…
— Был, ысынлап та, шулай. Әлеге биләмәләрҙәге эшмәкәрлектең маҡсаты — тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Республикала 27 заказник, 187 тәбиғәт ҡомартҡыһы бар. Уларҙың дөйөм проблемаһы — махсус техник базаның үҫешмәүендә. Бынан тыш, закондарҙың камил булмауы арҡаһында инспекторҙар үҙ эшен ҡуйылған талаптарға ярашлы атҡара алмай. Федераль кимәлдәге тәбиғәт ҡурсаулығында эшләүселәрҙең вәкәләттәре төрлө. Тәбиғәт парктарындағыларҙың хоҡуғы сикләнгән. Дәүләт инспекторы, мәҫәлән, шикле кешенең шәхси әйберҙәрен тикшерергә, штраф һалырға, акт төҙөргә хоҡуҡлы. Ошо проблеманы хәл итеү көнүҙәккә әйләнде. Законға үҙгәреш индерергә кәрәк, тип сығыш яһаныҡ. Был сара уларҙың вәкәләттәрен тигеҙләү өсөн мөһим.
— Былтыр "Ҡандракүл", "Ирәмәл", "Мораҙым" тарлауығы парктарына 250 меңдән ашыу турист килгән. Йылдан-йыл Башҡортостандың хозур ерҙәрен күрергә теләүселәр һаны күбәйә. Туристарҙы ылыҡтырыу өсөн нимәләр эшләнә?
— Ҡулдан килгәнсә барыһын да атҡарырға тырышабыҙ: тәбиғәт парктарын йыһазландырабыҙ, туристарға барлыҡ уңайлыҡтар булдырабыҙ. Айырыуса "Мораҙым" тарлауығында эш һәйбәт ойошторолған. Мәмерйәне күрергә теләүселәр бихисап, башлыса йәйгеһен халыҡ күпләп ағыла. Туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү — төп мәсьәләләрҙең береһе. Ә бының өсөн сығымдар ҙа талап ителә.
— Һуңғы арала "Ҡандракүл" менән "Асылыкүл" тәбиғәт парктарын берләштереү тураһында һүҙ йөрөй. Был хәл ителгән мәсьәләме?
— Юҡ, әле министрлыҡ "Асылыкүл" тәбиғәт паркының артабанғы яҙмышы тураһында уйлана, төрлө юлдар эҙләй. Шулай ҙа тәҡдимдең тормошҡа ашыуы ихтимал, сөнки был ике тәбиғәт паркының мөмкинлектәре бер кимәлдә. "Ҡандракүл" үҫешкән, бар яҡлап йыһазландырылған парк булһа, "Асылыкүл"дә эш бармай. Ул ике йыл элек Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың тәҡдиме менән ойошторолғайны. Бында әлегә туристарҙың ағымын көйләү яйға һалынмаған, һыу ятҡылығы һәр яҡтан асыҡ, күлгә үткәреү пункттары юҡ. Әле "Башкиргражданпроект" институты ойошмаһы яр буйын төҙөкләндереү проектын әҙерләй. Туристарҙы йәлеп итеү өсөн пляж, ҡунаҡханалар, кафе, балаларға уйын майҙансыҡтары һәм башҡа уңайлыҡтар булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ике йылда парктың дирекцияһы эште тейешле кимәлдә ойоштора алманы. Мәҫәлән, "Ҡандракүл" тәбиғәт паркы былтыр 8 миллион һум килем алыуға өлгәшкән. Ә "Асылыкүл"гә, киреһенсә, 8 миллион һум аҡса бүленгән. Парктың мөмкинлеге ҙур, ләкин әле башҡараһы эш күләме лә етерлек. Көстө берләштерергә уй бар, тик маҡсат был мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү түгел. Бөтөн яҡлап та уйлап, төплө ҡарарға килергә кәрәк.
— Уңышлы эшләгән тәбиғәт парктары ла барҙыр?
— Миңә ҡалһа, тәбиғәт паркының һәйбәт эше тәү сиратта уны етәкләгән директорға бәйле. Миҫал өсөн шул уҡ "Ҡандракүл"де телгә алып китеү ҙә етә. Бынан тыш, "Ирәмәл" тәбиғәт паркы ла һәйбәт эшләй. Әлеге күренеш, бәлки, "Ирәмәл"гә килеүселәрҙең холҡона ла бәйлелер, сөнки бында спорт менән дуҫ кешеләр килә. Тимәк, улар спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмай, ғөмүмән, тәртипле халыҡ. Туристарҙы ылыҡтырыуҙан тыш, парк директорҙары уларҙың хәүефһеҙлеген, уңайлы ял өсөн яҡшы шарттар булдырыу, йыйылған сүп-сарҙы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ташыу һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итергә тейеш. Шуға инандым: егәрле директор — ул парктың йөҙө.
— Һеҙҙең ҡарамаҡтағы иң яҡланмаған объекттар — тәбиғәт ҡомартҡылары, сөнки уларҙың яҙмышын урындағы муниципалитеттар хәл итә. Шуға ла араларында ҡаралмағандары ла осрай. Ошондай хәлде булдырмаҫ өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең махсус ҡарары сыҡты. Быйыл 1 майҙан башлап тәбиғәт ҡомартҡыларын төҙөкләндереү, йыһазландырыу һәм башҡа саралар өсөн сарыф ителгән аҡса субсидия булараҡ кире ҡайтарыласаҡ. Был ҙур ярҙам. Уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алырға теләүселәр һаны артҡандыр, бәлки?
— Дөрөҫ, аяныслы хәлдә ҡалған тәбиғәт ҡомартҡылары ла бар. Министрлыҡ быға юл ҡуймаҫ өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Улар, ғәҙәттә, майҙаны буйынса ҙур түгел. Һәр береһенең паспорты бар, документта һаҡларға тейешле ойошманың атамаһы яҙыла. Әлеге ҡарар ҡабул ителеү менән, ысынлап та, эш яйға һалыныр тип өмөтләнәбеҙ. Ғафури, Ауырғазы райондарындағы мәмерйәләрҙе, Өфөләге Непейцов паркын төҙөкләндереү башланды ла инде. Шуға, ҡурҡмайынса, боҙ урынынан ҡуҙғалды, тип әйтергә була. Тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау — халыҡтың мөҡәддәс бурысы.
— Ихлас яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт.


Вернуться назад