Яҙғандарым әр һүҙе түгел05.06.2013
Аҫты-өҫкә килде, ахырыһы, ғаләмдең, сөнки йәмғиәттә башҡа һыймаҫлыҡ хәлдәр күҙәтелә. Мәрхүмдәрҙе ерләү һәр кем өсөн ауыр мәсьәлә булһа ла, тормошобоҙҙоң ошо күренешенә туҡталып китәйек әле бөгөн.
Кемдер вафат булған
Үлем менән тормош йәнәш атлай. Фани донъяға сабыйҙар тыуа, олоғайғандар уны ҡалдырып китә тора. Тәүгеһе — мосолман өсөн шатлыҡлы хәл, икенсеһе инде — ҡайғы, хәсрәт, үкенес, күңелдәргә уңалмаҫ яра һалған күренеш. Яҡынын юғалтҡандар шаңҡып ҡала: кеше нимә уйларға, ниндәй эшкә тотонорға белмәй. Уға хәбәр һөйләһәң, бушлыҡҡа юлыҡҡандай, иғтибарһыҙлыҡҡа тап булаһың. Бер үк нәмәне ҡайғы кисереүсегә ике-өс тапҡыр һәм унан да күберәк ҡабатларға тура килә.
...Өләсәһе кинәт китеп барғас, Айгөл дә шундайға әйләнде. Алдан күпме генә уйланып йөрөһә лә, бөтә нәмә ваҡытһыҙ килеп сыҡты, әҙерләнеп өлгөрмәне. Ғөмүмән, был хәлгә әҙерләнеп тә булмайҙыр.
Быға тиклем дә ауырыны өләсәһе. Ә һуңғыһында аяғынан йығылғайны. Ҡыҙ уға ай буйы укол ҡаҙаны, көн дә тиерлек барып хәлен белеп торҙо. Сир сигенгәндәй итте. Һикһәнде үткән әбей яйлап мандыны. Үҙ йүнен үҙе күреп, матур итеп йөрөп ята ине. Ике аҙна ла үтмәне, ҡан баҫымы күтәрелеп, "Ашығыс ярҙам" саҡыртҡан. Медицина ярҙамы алғас, оло кеше эргәһенә йыйылған яҡындарын ҡайтарып ебәргән, һеҙгә бит иртәгә эшкә, ял итегеҙ, тигән.
Айгөл төнгө сәғәт 1-ҙә телефон шылтырауына уянды. Трубканан сит тауыш уның кем икәнлеген белеште лә: "Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, өләсәйегеҙ үлде", — тине. Ҡаланың икенсе осона барғансы, бер сәғәт үтте. Инһә, фатир тулы медиктар, полиция, хатта тәфтишселәр ҙә бар. Баҡтиһәң, хәле насарайғас, өләсәһе тағы "Ашығыс ярҙам"ға мөрәжәғәт иткән. Улар йәне тәнен ташлап киткән сағына тура килгән. Бер сәғәткә яҡын реанимация эшләһәләр ҙә, файҙаһы теймәгән. Медиктар ошоларҙы һөйләгән арала тағы бер ир килеп инде. "Ерләү агентымын" тип таныштырып, тәфсирләп үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итә башланы. Аҡса тураһында бер һүҙ юҡ. Ҡайғыға шаңҡыған Айгөл барыһына ла риза булды. Һуңынан мәрхүмәне ерләүҙе үҙ өҫтөнә алған өсөн теге агентҡа 40 мең һум аҡса тотторҙо...
Әстәғәфирулла, тимәгеҙ, ҡала янындағы ҡәбер хәҙер шулай ҡиммәткә төшә. Өфөлә йәшәгәндәр өсөн был ғәҙәти күренеш. "Уның ҡарауы, үҙем ҡыл да ҡыбырлатманым", — тигән була Айгөл.
Йәки икенсе осраҡ: Свердловск өлкәһенә сиктәш булғас, балаҡатайҙар шунда йөрөп кәсеп итә. Екатеринбург төҙөлөштәрендә бер аҙна эшләп, йәнә бер аҙнаһын ял итеүселәрҙең бер ауылдан 10 –15 кеше булыуы ихтимал. Виталий менән Денис та сираттағы вахтаһын тамамлай, иртәгә тыуған ауылына ҡайтырға йыйына. Бригадир өсәр мең һум аванс тарата. Тик егеттәргә ҡайтырға яҙмаған була. Улар йәшәгән вагонда иртәнге сәғәт биштә янғын сыға, һәм өс кеше төтөнгә тонсоғоп үлә. Асыҡланыуынса, ирҙәрҙең береһенең юрғаны йылытҡыс өҫтөнә төшә лә уға ут ҡабына.
Йәкшәмбе иртән алынған насар хәбәр Өфөгә, машиналы туғандарына ишетелгәнсе, юлға сығып, күрше өлкәгә барып еткәнсе, кис була. Иртән Денистың туғандары "Ҡала ерләү бюроһы" тип аталған контораға бара. Бөтә ептәр ошонан һуҙыла икән: мәрхүмдәр ҡайҙа, тәндәре ниндәй хәлдә, полиция нимә ти, тәфтиш комитеты ни тикшерә һәм башҡа бихисап һорауға яуап табылып ҡына тора — агент барыһына хәбәрҙар. Белмәгәнен иһә телефондан шылтыратып һораша һала. Беренсе көн эшләмәгәнлеге күренеп тора. Кисә генә телефондан: "Улдарығыҙҙың кәүҙәләрен бөгөн килһәгеҙ — бөгөн, иртәгә килһәгеҙ, иртәгә алып китә алаһығыҙ", — тип һайрап ултырған агенттың ашыҡтырыуына һуңынан ғына төшөнәләр. Баҡтиһәң, мәйеттәр өсөн аҡса түләргә тура киләсәк, йәнәһе, беҙҙең санитарҙар барып алды, махсус тоҡҡа һалып, моргка тапшырҙы. "Мәрхүмдәрҙең документтарын әҙерләү менән мәшғүлбеҙ: икенсе төрлө әйткәндә, ярты "эш" башҡарылған. Ҡалғанын да үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ, тик килешеү төҙөргә кәрәк", — ти агент. Бер егет өсөн — 18 мең һум, икенсеһенә 20 мең һумдан ашыу (уныһын моргта уҡ кейендергән өсөн ҡиммәтерәк, костюм — бюроныҡы) аҡса түләткәс, мәйеттәрҙе ике көндән һуң ғына алып буласағын аңғарталар. Моргта ярып, тәфтишселәр тикшереп өлгөрмәй, йәнәһе. Сит ҡалала ауыл кешеһе нимә генә эшләй алһын?! Ҡуйылған шарттарға күнеп түҙергә, әйткәндәрен үтәргә генә ҡала. Денис өсөн түләнгән 18 меңде "тағатып" ҡарайыҡ: бюро санитарҙары мәйетте барып алған өсөн — 1800 һум, махсус тоҡ — 600 һум, агент "йөрөгәне" өсөн (урыҫса "выезд агента" тип яҙылған) — 2000 һум, документтар йыйыуға — 2500 һум, мәрхүмде һаҡлағанға, ярғанға, йыуғанға, махсус бальзам менән эшкәрткәнгә — 6200 һум, иң осһоҙ табут (шунһыҙ моргтан сығармайҙар) — 1500 һум һәм башҡа бик күп түләү алына...
Вәхшилеккә ҡоролған бизнес, әммә ул бер тотҡарлыҡһыҙ эшләй һәм бихисап аҡса килтерә. Уйлауымса, сылбырҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла өлөш сыға.
Исмаһам, берәйһе үлмәй ҙә...
Үҙгәрештәр ауыл кешеһен дә урап үтмәне. Элек мәрхүмдәрҙе ерләгәндә тәртип булды, абруй һаҡланды, хөрмәт төшөнсәһе өҫтөнлөк итте. Кистән "ҡырын тейәгәндәр"ҙе зыяратҡа яҡын юлатманылар. Ҡәбер ҡаҙыусыларҙы матурлап аш менән һыйлап, хәйерен биреп оҙаттылар.
Хәҙер тиһәң, иҫ-аҡыл китә: ҡәбер ҡаҙыусыларҙы "ләх" иткәнсе эсереү етмәгән, зыяратҡа ла араҡы биреп ебәрәләр. Ҡәберҙе иҫерек ирҙәр ҙә ҡаҙа. Халыҡ шул тиклем аҙҙы, бер ауылда эскесе ир бахмурҙан: "Исмаһам, берәйһе үлмәй ҙә. Рәхәтләнгәнсе эсеп ҡалыр инем", — тип зарланып тора, ти.
Мәрхүмде ерләп ҡайтҡас, табын янында уны иҫкә алыу ғәҙәткә инде. Ҡулда — рюмка. "Сәкәштермәй генә эсәйек", — тип ебәрәләр. Был көнгә махсус берәй йәшник араҡы алына. Кафырҙарҙан күскән йола мосолманға ҡанун булып бара.
"Һин дә — мулла, мин дә — мулла, атҡа бесән кем һала?" тигән лаҡапҡа тура килгән хәлдәр бөгөн аҙым һайын, һәр ауылда осрай. Әхлаҡи ҡиммәттәр һағында торорҙай абруйлы дин әһелдәре ҡалала ғына күп. Ауылда иһә ҡайһы саҡта йәшлегендә гонаһтан башы сыҡмаған, олоғая башлағас ҡына Ҡөрьән уҡырға өйрәнгән кешеләр мулла булып йөрөй. Абруйы булмағас, уны кем һанлаһын? Күпме кеше йәштән үк диндар булып китә. Ҡайҙа улар? Ҡалаламы, район үҙәктәрендәме? Ниңә халыҡ араһына сыҡмайҙар? Әхлаҡи нигеҙ емерелгәнде ситтән күҙәтәләрме?
Минеңсә, бөгөн дин әһелдәре айырыуса тырышырға тейеш. Бығаса: "Ауылыбыҙ муллаһы шул өйгә барып, эскесе ҡатынды оялтҡан, күңеле төшөп йөрөгән берәү менән һөйләшкән, ауыл Советы рәйесе менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй", — тиеүҙәрен ишеткәнем юҡ. "Мәсеткә йөрөмәйҙәр" тигәнде йышыраҡ ишетәбеҙ. Ауыл һулышын тоймаған мулла эргәһенә кем барһын?! Барғаны ла ылыҡтырырлыҡ, үҙенә тартырлыҡ вәғәз ишетмәй, нотоҡ тыңлап, ялҡып ҡайта. Аңлайым, әлбиттә, дин әһеленең дә буш ваҡыты юҡ. Биш тапҡыр намаҙыңды ҡалдырма, донъяңды көт, мал ҡара, ауыл кешеһенә хас бөтмәҫ башҡа мәшәҡәттәргә өлгөр... Яҙам-яҙам да, аптырайым: бәлки, был хәл бер нисә районға ғына хастыр? Ғөмүмән, яҙғандарым әр һүҙе түгел, тик әсенеү генә.
РЕДАКЦИЯНАН: Автор күтәргән мәсьәләләр, моғайын, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта фекер алышайыҡ. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.