Йәнтөйәге онотмай05.06.2013
Үҙемә лә, тормош иптәшем, мәрхүм Әмир Сәлимгәрәй улы Гәрәевкә лә (1928—2008) оҙаҡ йылдар "Совет Башҡортостаны" (хәҙерге "Башҡортостан") гәзите редакцияһында эшләргә насип булды. Әле иһә матбуғат аша күп дуҫ-иштәргә, ҡәрҙәштәргә рәхмәт күндерергә теләйем: яңыраҡ билдәле яҙыусы һәм журналист, йәмәғәт эшмәкәре, йәшлегендә тиҫтә йылға яҡын диңгеҙҙәр гиҙгән мичман, һуғыш осоронда колхозда үҫмер генә көйө хәләл тирен түккән, "Почет Билдәһе" ордены кавалеры мәрхүм Әмирҙең йәнтөйәге Түбәнге Әрметтә тыуыуына 85 йыл тулыу айҡанлы ҡәҙер һәм хәтер көнөнә арналған саралар ойошторолдо. Бының өсөн Ишембай районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Шаһиеваға, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Риф Тойғоновҡа, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Әмир Әминевкә, ауыл хакимиәте башлығына, мәктәп, мәҙәниәт йорто етәкселегенә, төрлө тарафтан йыйылған зат-зәүергә, райондың сәнғәт оҫталарына ихлас рәхмәтемде белдерәм, һәммәһенә изгелектәр теләйем.


Вернуться назад