Нисек ер алырға?22.12.2011
Күп балалы ғаиләләргә бушлай ер бирәләр тип ишеткәйнем. Бының өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм ниндәй документтар кәрәк?
С. Исмәғилев.
Өфө ҡалаһы.


Өфө хакимиәтенең торлаҡты иҫәпкә алыу һәм биреү бүлеге начальнигы Зилә Мөхәмәтова әйтеүенсә, бының өсөн Өфө ҡалаһы хакимиәте (Октябрь проспекты, 120) башлығы исеменә ғариза бирергә кәрәк. Ғаризаға теркәлергә тейешле документтар исемлеге республика Хөкүмәтенең 2011 йылдың 8 ноябрендәге 393-сө ҡарары менән билдәләнде.
Бәлиғ булмаған өс йәки унан күберәк балалы ғаиләләр тапшырырға тейешле документтар:
ирҙең йәки ҡатындың, ата-әсәнең шәхесен раҫлаусы документтарҙың күсермәһе;
никах тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһе (булһа);
бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарҙың йәки уларға 14 йәш тулһа, паспорттарының күсермәһе;
ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү тураһында мәғлүмәттең (суд ҡарарының) булыу-булмауы хаҡында опека һәм попечителлек органдарынан алынған белешмә ҡағыҙы;
күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙың һәм уларға бәйле килешеүҙәрҙең Берҙәм дәүләт реестрынан ата-әсә исеменә теркәлгән милек объекттарына хоҡуҡтар тураһындағы өҙөмтә.
Инвалид балалы ғаилә ер участкаһына ғариза бирә икән, ошо документтарҙан тыш дәүләт медицина-социаль экспертиза хеҙмәте учреждениеһынан алынған инвалидлыҡ тураһындағы белешмә ҡағыҙының күсермәһен дә бирергә кәрәк.
Документтарҙың күсермәләрен тапшырғанда уларҙың төп нөсхәләренең барлығы күрһәтелә йәки улар билдәләнгән тәртиптә раҫлана.


Вернуться назад