Уйланмайынса йәшәү мөмкин түгел05.06.2013
Уйланмайынса йәшәү мөмкин түгелМәскәү ҡалаһынан хәбәр килеүе көтөлһә лә, күңелдәге хәүеф тойғоһо тынысланырға ирек бирмәне. Ни тиһәң дә, киң билдәле "Наука" нәшриәте бит — талаптары ла, бурыстары ла юғарыраҡ. Бәлки, тәҡдим ителгән монографияны көнүҙәк түгел тип табырҙар. Әммә телефондан шылтыратыусы редакция мөдире, бөтә икеләнеүҙәрҙе таратып, авторҙың ғилми эшен хуплауын белдерҙе.

Раил Әсәҙуллиндың монографияһы белем биреү киңлегендә кеше проблемаһына арналған. Студент эскәмйәһенән тигәндәй, уны юғары мәктәп педагогикаһы ҡыҙыҡһындырҙы. Ә был мәсьәлә барыһынан да элек буласаҡ уҡытыусының юғары уҡыу йортонда субъектив ҡарашы формалашыуына бәйле. Икенсе төрлө әйткәндә, студент белем алыуҙың тәүге көндәренән үк, үҙен профессиональ эшмәкәрлеккә әҙерләүҙән тыш, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҙләштерергә лә тейеш.
Дөрөҫөн әйткәндә, Раил Мирвай улының философия антропологияһындағы тәрән белеме һәр кемде ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ. Бер тапҡыр ул сығыш яһаған семинарҙа булырға тура килде. И. Кант, Г. Гегель, И. Фихте кеүек танылған аҡыл эйәләренең цитаталары, фекерҙәре менән еңел эш иткән ғалимға һоҡланыуымдың сиге булманы. Һүҙ ҙә юҡ, уның педагогия фәндәре докторы, өс федераль фәнни педагогик журналдың мөхәрририәт ағзаһы булыуы аң даирәһен, белемен киңәйтеүгә ыңғай тәьҫир яһайҙыр, әммә дәрес биреү менән генә сикләнмәй, тормош нескәлектәрен яҡшы аңлаған тәрән фекерле философты әҙерләү һәм булдырыу һәләте һирәктәр өлөшөнә генә эләгеүсән.
Бөгөнгө баҙар иҡтисады шарттарында уйланмай, тыныс ҡына йәшәү мөмкин түгел. Заман ҡатмарлыҡтары уҡытыусыға ла туранан-тура ҡағылды. Юғары уҡыу йорто менән маркетинг идараһы мәсьәләләрен анализламай, заман ҡуйған талаптарҙы өйрәнмәй тороп, ысын етәксе булыуы бик ауыр.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллинды ғалим, профессор, республика Фәндәр академияһының педагогика һәм психология буйынса ғилми советы рәйесе булараҡ тулҡынландырған мәсьәләләр бихисап. Шуныһы һөйөнөслө: шәкерттәре лә остаздарының уй-фекеренә һис битараф түгел. Талапсан профессорҙың етәкселегендә 20-нән ашыу кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған, 12 монографик хеҙмәт һәм 150-нән ашыу мәҡәлә баҫылған.
Бына тағы ла ғалимдың сираттағы монографияһы донъя күрҙе. Уның педагогик кадрҙар әҙерләү мәсьәләләренә бәйле уҡыу йорттарын, уҡытыусыларҙы ҡыҙыҡһындырасағына ныҡ ышанам. Бөгөн университеттың Төркиә, Вьетнам, АҠШ, Чехия, Германия, Һиндостан, Англия һәм башҡа илдәрҙең профилле уҡыу йорттары менән 35 килешеү төҙөүе лә осраҡлы хәл түгел, сөнки Раил Әсәҙуллиндың фән мәктәбе республикабыҙҙан ситтә лә танылыу яуланы.

Contact the resort Ontario can be found at hastingsresort.com


Вернуться назад