Балаларҙы яҡлау көнөндә Өфөлә, Конгресс-холл алдында, Республика ҡан биреү станцияһының күсмә ҡоролмаһында республиканың Президент Хакимиәте һәм Хөкүмәте Аппараты, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре ҡан тапшырҙы.
Тәүгеләрҙән булып килгән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сараның мөһимлеген билдәләп үтте.
– Башҡортостан дауаханаларына йыл һайын уртаса 42 тонна ҡан талап ителә, шул иҫәптән Республика балалар клиник дауаханаһына – 420 литр. Ошо йәһәттән акцияның әһәмиәте ҙур. Әйткәндәй, донорлыҡ буйынса быйыл яңы ҡануниәт үҙ көсөнә инһә лә, ҡан тапшырырға теләүселәр һис тә кәмемәне. Бына бөгөн дә етәкселәрҙең күбеһе үҙе генә түгел, яҡындарын да алып килгән, – тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
Ҡан биреү акцияһын тәүгеләрҙән булып республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре башлап ебәрҙе. Сиратта министр Ленара Иванованың торғанын күреп, уға мөрәжәғәт иттек.
– Сарала ихлас ҡатнашам, минең менән ирем, улым килде. Әгәр ҙә кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ икән – был бик һәйбәт. Әйткәндәй, беҙҙең министрлыҡтың күп вәкилдәре сараға әүҙем ҡушылды, – тип белдерҙе Ленара Хәким ҡыҙы.
Власть вәкилдәре араһында йөҙө балҡып торған ике ҡыҙҙы күреп, улар эргәһенә йүнәлдек. Улар Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты студенттары булып сыҡты, унан тыш ”Йәш гвардия” партияның ирекмәндәре лә икән. Үҙен Бриллиант Вахидова тип таныштырғаны йәштәштәре менән мәрхәмәтлек акцияларында йыш ҡатнашыуын, үҙҙәренең дә байтаҡ изгелек саралары ойоштороуын әйтеп үтте. Ул 12 йыл элек Башҡортостанға Тажикстандан күсеп килгән, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға өлгөргән.
– Шуға күрә ҡатмарлы хәлдәргә битараф ҡала алмайым, бигерәк тә балаларға ҡағылышлы булғандарына, – тине Бриллиант.