Яңы быуын ошонда тыуасаҡ04.06.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының 120 койкалыҡ яңы акушерлыҡ-гинекология корпусында булды.

Биш ҡатлы бинала буласаҡ әсәйҙәр һәм уларҙың сабыйҙары өсөн тейешле шарттар — уңайлы палаталар, бала табыу залдары, операция һәм интенсив терапия бүлектәре бар. Бынан тыш, 16 мең квадрат метрлыҡ майҙанда ҡабул итеү, сабыйҙар патологияһы, йөклө ҡатындар, бала табыуға әҙерлек бүлектәре, ультратауыш диагностикаһы, дауалау бүлмәләре, неонаталь һәм операция блоктары, экспресс-лаборатория урынлашҡан.
Дауахананың баш табибы Ринат Нагаев һәм табиптар әйтеүенсә, бина һәм ундағы ҡорамалдар заманса талаптарға яуап бирә. Кабинеттарҙа елләтеү, таҙа һауа менән тәьмин итеү ҡорамалдары ҡуйылған.


Вернуться назад