“Тәжрибә кәрәк булһа, беҙгә килегеҙ”04.06.2013
Мәғариф тармағында эшләү өсөн һәләтле, төплө белемле, маҡсатҡа ынтылышлы шәхестәр тәрбиәләүҙә һуңғы йылдарҙа Краснокама районында ыңғай үҙгәрештәр күп булды. Мәктәпте алтын һәм көмөш миҙалға тамамлаусылар йылдан-йыл арта бара. Уларҙың 18 процентҡа етеүе, шулай уҡ кисәге мәктәп уҡыусыларының 82 проценты юғары уҡыу йорттарына инеүе район педагогтарының күп көс һалыуы тураһында һөйләй. Һуңғы ике йылда Башҡортостан Президенты стипендияһына лайыҡ булыусылар тиңдәштәренә хәҙер өлгө булып тора.

Биш йәштән алып 7 йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында тәрбиәләү, X-XI класс уҡыусыларын йүнәлешле уҡытыу, төбәк һәм төбәк-ара олимпиадаларҙа еңеп сығыусылар һаны буйынса Краснокама районы республикала икенсе урында тора.
2007 йылдан башлап райондың белем биреү учреждениеларында балаларҙың үҙ һәләттәрен асыу, үҫтереү беренсе маҡсат итеп ҡуйыла. “Мәктәп намыҫы өсөн”, “Район намыҫы өсөн” тип аталған саралар үткәрелә. Был хәҙер инде матур традицияға әүерелгән.
— Алты йыл эсендә был сараларҙы уҙғарыуҙа байтаҡ тәжрибә тупланыҡ, уны башҡа район һәм ҡалалар менән дә уртаҡлашырға әҙербеҙ, — ти район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Алексей Горбачев. Һәләтле, әүҙем уҡыусыларҙы ҡунаҡтар алдында тәбрикләү, яҡшы теләктәр теләп, Почет грамоталары, дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу — былар барыһы ла һәләтле уҡыусыларҙы дәртләндереү сараһы булып тора.
Күптән түгел уҙғарылған йомғаҡлау кисәһендә төрлө райондарҙа, республикала уҙғарылған олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, ярыштарҙа һәм башҡа сараларҙа еңеп сығыусылар асыҡланды: Краснокама районының “Уҡыу алдынғыһы” — Яңы Ҡабан мәктәп-интернатының XI класс уҡыусыһы Альбина Хәбиева, “Иң яҡшы спортсыһы” — Яңы Ҡайынлыҡ ауылы мәктәп-интернатының X класс уҡыусыһы Гөлгөнә Зарипова, “Иң алдынғы балалар ойошмаһы лидеры” – Яңы Бөртөк дөйөм белем биреү мәктәбенең VI класс уҡыусыһы Алһыу Мәғҙәнова, “Иң алдынғы йәштәр ойошмаһы лидеры” — Ҡуян урта мәктәбенән Денис Наширбанов, “Өҫтәмә белем биреү учреждениеларындағы иң алдынғы” – Николо-Березовка ҡасабаһынан Максим Кизамутдинов. Бына шулар инде районыбыҙҙың, республикабыҙҙың ышаныслы киләсәге!


Вернуться назад